САРМАНАЙ
-4 °С
Облачно
Новости
8 Октября 2021, 10:25

Комиссия эшен дауам итә

Республика башлығы Радий Хәбиров Указы менән 4 октябрҙән музейҙар, китапханалар, мәҙәниәт йорттары, спорт ареналарына барыу өсөн яңы сикләү саралары индерелде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Комиссия эшен дауам итәКомиссия эшен дауам итә
Комиссия эшен дауам итә

Республика башлығы Радий Хәбиров Указы менән 4 октябрҙән музейҙар, китапханалар, мәҙәниәт йорттары, спорт ареналарына барыу өсөн яңы сикләү саралары индерелде.
Хәҙер был ойошмаларҙа ковид инспекторҙары һәр кешенән прививка тураһындағы сертификаттың дәүләт хеҙмәттәре порталынан алынған QR-код яҙыуын йәки ПЦР-тест һораясаҡтар.
Ошо көндәрҙә Саҡмағош районы үҙәгендә урынлашҡан бер нисә ойошмала был талаптарҙы үтәү буйынса эшмәкәрлек нисек ойошторолғанлығы тикшерелде. Район үҙәкләштерелгән китапханаһында яңы талаптарҙы етди ҡабул иткәндәр: инеү урынында уҡ бында килеүселәрҙән алда яҙып үтелгән белешмәләрҙе һорайҙар. Балаларҙан был документтар әлегә талап ителмәй. Башҡа ҡәғиҙәләр дә тәүәл үтәлә. Артабан тарихи-крайҙы өйрәнеү музейында, район мәҙәниәт йортонда, “Ғаилә” кинотеатрында ла етешһеҙлектәр асыҡланманы.
Әлбиттә, халыҡ күпләп йөрөй торған башҡа ойошма-учреждениелар, сауҙа нөктәләре лә иғтибарҙан ситтә ҡалдырылмай.

Автор:Индира Латипова.
Читайте нас