+1 °С
Облачно


Уҡытыусылар көнө уңайынан Өфөлә башҡорт һәм урыҫ теле уҡытыусылары араһында республика конкурсында еңеүсе Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең аҡсалата бүләктәренә лайыҡ булган педагогтарҙы хөрмәтләүгә бағышланған тантаналы сара уҙҙы. Унда Илеш районынан Этәй урта мәктәбенең урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлназ Кәбирова һәм Үрмәт төп мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альмира Ғмазова тәбрикләнде.