

Баҙытамак урта мәктәбенең йәшелсә-емеш баҡсаһы 3 гектар ерҙе биләй. Унда эш йыл әйләнәһенә туҡтап тормай. “Театр элгестән башланһа, белем биреү учреждениеһы – мәктәп яны участкаһынан”, тиҙәр бит. Беҙ быны онотмайбыҙ. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә ҡәҙәр баҡчабыҙ, бөтә ауылыбыҙҙы йәмләп, сәскәләргә күмелеп ултыра. Мәктәп ашханаһында йыл буйы туҡланырлыҡ йәшелсә-емеш үҫтереп алабыҙ.
Бына уҡыуҙар башланып ҡына китте - беҙ инде ең һыҙғанып эшкә тотондоҡ. Бер эш шәмбеһендә оло класс уҡыусылары баҡсабыҙҙа үҫтерелгән бәрәңгене алһа, беҙ, бәләкәйҙәр, мәктәп территорияһында үҫкән миләште йыйҙыҡ. Әле һәр беребеҙ өйҙән дә 5-10 кг йыйып алып килдек. Ғөмүм тырышлығыбыҙ менән 800 килограммға яҡын миләш йыйылды. Уны киптерелмәгән килеш шәхси эшҡыуар ҡабул итте. Һатыуҙан ингән аҡса төрлө саралар үткәргәндә, мәктәпкә кәрәк-яраҡ алғанда тотоласаҡ. Ә иң күп миләш йыйыуслар “Уңыш” байрамында бүләк тә аласаҡ әле.