САРМАНАЙ
+18 °С
Облачно
Новости
19 Сентября 2021, 12:00

“Ҙур өмөттәр бағлап килдем…”

Октябрҙең 70 йыллығы урамында урынлашҡан (балалар баксаһы бинаһы) 3262се һайлау участогы райондаштарҙы йыр-моң менән ҡаршы алды. #Выборы2021#БашВыбор#Башкортостан#Чекмагуш#УИК 3262 

Добавить в предпочтительные источники Google
“Ҙур өмөттәр бағлап килдем…”“Ҙур өмөттәр бағлап килдем…”
“Ҙур өмөттәр бағлап килдем…”

Октябрҙең 70 йыллығы урамында урынлашҡан (балалар баксаһы бинаһы) 3262се һайлау участогы райондаштарҙы йыр-моң менән ҡаршы алды.
Бында коронавирус инфекцияһын профилактикалау буйынса бөтә санитар-эпидемиологик талаптар үтәлеп тора. Инеү ерендә һәр ҡайһына битлек, ручка тапшыралар, социаль дистанция һаҡлана. Күҙәтеүселәр һәм полиция хеҙмәткәрҙәре саҡта торалар. Участок рәйесе Илгиз Ирек улы Сәләхов әйтеүенсә, һайлауға килеүселәр күп, райондаштар яуаплы ҡарай. Исемлектә 811 кеше теркәлгән, шуның 450нән артығы һайлауға килгән, был 55% үтәлеш. Туғыз йәш һайлаусы булған. 15 ғариҙа өлкәндәрҙән, өйҙә һайлау теләге белдереп яҙылған.
Һайларға килеүсе Әнүзә апай Ғүмәрова менән әңгәмәләшеп алдыҡ. “Ни өсөн Һеҙ һайлауға килдегеҙ?” — тигән һорауыма ул: "Яуаплылыҡ тойоп килдем. Һайлау — ул байрам. Байрамға күтәренке кәйеф менән киләбеҙ, һайлаған депутаттарҙан өмөтләнеп яҡшылыҡтар ғына көтәбеҙ. Халыҡтың теләктәрен ишетеп, халыҡ өсөн эшләй, йәшәй торған, ышанысларын аҡларлыҡ булһын. Пенсионер кешегә күп кәрәкмәй, ваҡытында пенсиялар килеп торһа, балалар, ейәндәр етеш, тыныс тормошта йәшәһә, беҙҙең өсөн иң мөһиме шул", — тип үҙенең өметтәре менән бүлеште ул.
 Индира Латипова
#Выборы2021
#БашВыбор
#Башкортостан
#Чекмагуш
#УИК 3262 

Автор:Индира Латипова
Читайте нас