САРМАНАЙ
-1 °С
Ясно
Новости
19 Сентября 2021, 09:00

Сайлаусылар әүҙемлеге аҙаймай

Метрәй-Әйүп ауылы клубында урынлашҡан 3275 һанлы һайлау участогының исемлегендә ошо ауыл һәм күрше Иҫке Үҙмәштә йәшәүсе 410 һайлаусы теркәлгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Сайлаусылар әүҙемлеге аҙаймайСайлаусылар әүҙемлеге аҙаймай
Сайлаусылар әүҙемлеге аҙаймай

Метрәй-Әйүп ауылы клубында урынлашҡан 3275 һанлы һайлау участогының исемлегендә ошо ауыл һәм күрше Иҫке Үҙмәштә йәшәүсе 410 һайлаусы теркәлгән. “Үҙмәштәрҙе бында алып килеү өсөн мәктәп автобусы бүленде, шәхси машиналарҙа килеүселәр дә байтаҡ. Өлкәндәрҙең һәм сәләмәтлеге торошо буйынса мөмкинлектәре сикле булған яҡташтарҙың һорауы буйынса йорттарына барып та һайлатабыҙ. Был хаҡтағы үтенес менән 27 кеше ғариҙа тапшырҙы”, – тине беҙгә комиссия рәйесе Резида Фәрит ҡыҙы Ниғмәнова. Уларға үҙ конституцион бурысын башҡарыуҙа ярҙам күрһәтелгән – беҙ участокҡа барған сәғәттәрҙә комиссия ағзалары Үҙмәштән ҡайтҡайны. Участоктағы иң өлкән һайлаусы – 93 йәшлек Зәйтүнә инәй Йосопованың йортона барғандар. Ул үҙенең дә был һайлауларҙа ҡатнаша алғанына шат булыуын белдереп, илгә именлек, тыныслыҡ теләгән. Ә участокта иһә клубтың ҡаҙанлыҡ операторҙары Рөстәм Сафин менән Михаил Мельников икеһе бер ваҡытта килеп, эш урынындағыса берҙәм булып, Дәүләт Думаһына һайлауҙарға старт биргәндәр. Комиссия эшсәнлеге штат режимында, һайлауҙар тураһындағы ҡануниәт буйынса һәм коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе юғары булған шарттарҙа үтәлергә тейешле бөтә санитар-гигиеник ҡәғиҙәләр тәүәл башҡарылған хәлдә алып барыла. Күҙәтеүсе Гөлнара Зарипова комиссия ағзаларының эшенән ҡәнәғәт булыуы, һайлаусылар тарафынан да бер ниндәй дә дәғүәләр белдерелмәүе тураһында әйтте. Участокта йәмәғәт тәртибен хоҡуҡ саҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре тәьмин итә. Бында быйыл беренсе тапҡыр һайлаусы статусында үҙ фекерен белдергән йәштәр дә сағыштырмаса күбрәк. 5 егет һәм ҡыҙ илдең киләсәк үҫеше өсөн мөһим булған ошо сәйәси кампанияла ҡатнаша. Тауыш биреүҙең бөгөнгө, өсөнсө көнөндә лә һайлаусылар активлығы һүлпәнләнмәй.

Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас