

Саҡмағоштоң балалар ижад үҙәгендә урынлашҡан 3257 һанлы участок һайлау комиссияһына килеүселәрҙе урамдан уҡ дәртле көй-моңдар ҡаршы ала. Тәүге көндө иң беренсе булып участокҡа килгән Фәнилә Шафиҡова һайлауларҙы башлаған, уға тәмле күстәнәс тапшырылган. Исемлектә быйыл тәүге тапҡыр үҙ конституцион хоҡуҡын ғәмәлгә ашырыусы 15 йәш кеше лә бар. Улардан иң етеҙе Элина Мофаззалова булған һәм иҫтәлекле бүләккә ия булған.
Сайлауларҙың тәүге көнөнә 30ҙан артыҡ кеше һайлау комиссияһы ағзаларының йортҡа килеп һайлатыуын үтенгән ғариҙа тапшырған. Комиссия ағзалары уларҙың йорттарына барып, үҙ фекерен белдерергә ярҙам иткән. Беҙҙең хәбәрсе участокта булғанда улар тап ошо эште башҡарып, бында килделәр. Махсус һаҡланыу костюмдарында булған был комиссия ағзаларының өс кейемдәре, ҡуллары һәм бюллетендәр тупланған үтә күренмәле тартма ишектән үтеү менән үк махсус антисептик иремә сиптереп зарарһыҙландырылды. Әйткәндәй, бында Роспотребнадзор тарафынан тәҡдим ителгән бөтә санитар талаптар дә ҡатғи үтәлә. Участокҡа килеүсе һәр кешегә термометрия үткәрелә, ҡулдарына антисептик сиптерелә йәки бер тапҡыр ҡулланыла торған перчаткалар тапшырыла, өҫтәлдәргә үтә күренмәле һаҡлағыс экрандар урынлаштырылған, һәр сәғәт һайын иҙән махсус иремә ҡушылған һыу менән юып торола.
Күҙәтеүселәр дә комиссия эшенән ҡәнәғәт, дәғүә белдереүселәр юҡ. Комиссия рәйесе Рәзилә Хәтмулла ҡыҙы Камалова был ике көн дә шундай тәртиптә, эшлекле һәм һайлаусылар өсөн хәүефһеҙ шарттарҙа үтәр, райондаштлар үҙ конституцион бурысын лайыҡлы итеп башҡарыр тигән өметтә.
#Выборы2021 #БашВыбор #Башкортостан#Чекмагуш#3257