

Башҡортостанда донъя кимәлендәге студенттар кампусын төзөү тураһындағы ҡарар ҡабул ителде. “Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең был ҡарары — һуңғы ун йыллыҡтар эсендә Башҡортостан юғары мәктәбе һәм фән өлкәһенең иң мөһим ҡаҙаныштарының береһе. Төбәктең донъя дәрәжәһендәге үҙ стденттар кампусы буласаҡ. Был – тиҫтәләгән миллиард һум аҡса, тигән һүҙ. Һәм ул аҡсалар студенттарҙың дөйөм ятаҡтарына ғына йүнәлтелмәясәк. Был әле талиптар, уҡытыусы-преподавателдәр өсөн фәнни лабораториялар, шулай уҡ спорт, мәҙәниәт учреждениелары ла. Һәм улар барыһы ла ҡала үҙәгендә буласаҡ”, – тип яҙа был хаҡта төбәк Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге үҙ сәхифәһендә һәм дәүләт етәксеһе В.В.Путинга кампусты булдырыуҙа ярҙам итеүе өсөн рәхмәт белдерә. Рәсәй Хөкүмәтендә үткән ултырышта Михаил Мишустин ил буйынса университет кампустары селтәре төзөлөүе тураһында һөйләне. Әлеге программаны тормошҡа ашырыу Рәсәйҙә Президент В.В.Путин тәҡдиме менән иғлан ителгән Фән һәм технологиялар йылында башланасаҡ. Төбәктәрҙән ебәрелгән 30 заявка тикшерелеп, уларҙың иң уңышлы тигән һигеҙе бойомға ашырыу өсөн ҡабул ителгән. Был төбәктәр араһында Башҡортостан “Ғәҙәттән тыш хәл режимы тоташ республикала иғлан ителәсәк, бының өсөн тейешле документтар әҙерләнде”, – тип иғлан итте был аҙнаның тәүге көнөндә төбәк Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә вицепремьер – республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов. Аномаль эҫелек һөҙөмтәһендә быйыл хәлдәр 2010 йылдағынан ҡатмарлыраҡ, тип билдәләне ул. Алдан иҫәпләүҙәр буйынса, ҡоролоҡтан 616 мең гектар майҙанда булған 624 хужалыҡ ҡаҙа күргән, 332 гек-тар майҙандарҙа үҫентеләр һәләк булған. Урып-йыйыу эштәре ғәҙәттәгенән 16-18 көнгә алда башланған. “22 авгусҡа тоташ республика буйынса 82% майҙанда бөртөклө һәм бөртөклө-ҡуҙаҡлы культуралар уңышы йыйып алынған, 548 мең тонна ужым ашлығы һуҡтырып алынған. Ужым культураларының гектар төшөмө уртаса 16,2 ц. тәшкил иткән. Шул иҫәптән ужым арышы сәселгән майҙандарҙың һәр гектарынан 15 центнер, ужым боҙайыныкынан 17,5 центнер ашлыҡ һуҡтырылған. Бөртөклө культуралар уңышы буйынса Ҡырмыҫҡалы (һәр гектарҙан 25 ц.), Ауырғаҙы (24,6) һәм Саҡмағош (22), Стәрлетамаҡ (18,6 ц.) лидерҙар иҫәбендә килә. Республикала бөртөклөләр урағы аҙна ахырына ҡәҙәр тамамланыр, тип көтөлә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика аграрийҙарына еңел булмаған быйылғы шарттарҙа эшләүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм БР Хөкүмәте Премьер-министры А.Назаровҡа йыл ахырына ҡәҙәр ауыл хужалығы етештереү комплексына булған бөтә бурыстарҙы ябып бөтөрөргә күрһәтмә еткерҙе. да бар. Республика был юсыҡта эш башлауға әҙер. Башҡортостан Башлығы Хәкимиәте етәксеһе Александр Сидякин белдереүенсә, кампус үҙ эсендә студенттарға уҡыу һәм фән менән шөғөлләнеү, йәшәү, спорт менән шөғөлләнеү өсөн талап ителгән биналар һәм ҡоролмалар комплексы буласаҡ. Унда шулай уҡ машиналар өсөн парковкалар булдырыу да күҙаллана. Кампуста күләмле симпозиумдар һәм семинарҙар үткәреү өсөн урын, китапхана ла буласаҡ. Бында исемдәре донъя күләмендә билдәле ғалимдар киләсәк, төбәк һәм дәүләтара уртаҡ фәнни тикшеренеүҙәр алып барыласаҡ. Кампуста студенттарға йәшәү өсөн өс меңдән дә ким булмаған урын булдырыу планлаштыра. Проектты тормошҡа ашырыу маҡсатында 18 млрд. һум аҡса тотоноласаҡ, уның 60 проценты – федераль бюджеттан.