

25-29 августа Өфөлә WorldSkills Russia һөнәри оҫталыҡ чемпионатының милли финналы үтә. Унда ҡатнашыусылар 163 конкурс майҙансығында 105 компетенция буйынса көс һынаша. Төбәк башҡалаһына 10 йәштән 24 йәшкәсә булған конкурсанттар – төбәк финалдарында еңеү яулаған һөнәрмәндәр килер, тип көтөлә. Төбәктә финалды үткәреү өсөн 110 мең квадрат метр майҙанда ваҡытлыса конструкциялар төҙөлгән. Уларҙа конкурс күнекмәләрен үтәү өсөн шарттар бул[1]дырылған. Майҙансыҡтарҙа үҙ дәүләтебеҙҙә һәм сит илдәрҙә етештерелгән иң яңы заманса йыһаздар урынлаштырылған. “Ярыштар тамамланғас, улар конкурс һынауҙарын уңышлы үткән республика колледждары һәм техникумдары лабораторияларына тапшырыласаҡ. Ойоштороусылар билдәләүенсә, был заманса ҡоролма-йыһаздарҙың лабораторияла һөҙөмтәле ҡулланылыуы һәм студенттарҙың иң алдынғы технологиялар буйынса белем үҙләштереүе мөһим. Бөтәһе 100 заманса остахана комплектацияланасаҡ, тип планлаштырыла.
Фото: башинформ