+10 °С
Дождь


“Цемикс” заводын асыу тантанаһынан һуң ил Президенты Владимир Путин ойошма хеҙмәткәрҙәре һәм уны төҙөүселәр менән осрашты. Дәүләт етәксеһе Радий Хәбировҡа инвесторҙарға яҡшы шарттар булдырыуы өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. “Мин әле Австрия партнеры менән әңгәмәләштем, ул үҙ пландары тураһында һөйләне. Сит ил партнеры уларҙы дүрт этапта тормошҡа ашырырға планлаштыра һәм инвестициялар күләме лә юғары – миллиард евронан артыҡ. Был – уларға шарттар булдырған кешеләргә ышаныс белдереү. Әлеге осраҡта был – республика етәкселеге. Уңыш шулай барлыҡҡа килә лә инде. Уңышлы эштән башҡа перспективалар юҡ, ә бында улар бар”, – тине Владимир Путин. Мәғлумат һәм фото сыганағы – “Башинформ” агентлығы порталы.