САРМАНАЙ
+10 °С
Дождь
Новости
6 Августа 2021, 19:35

Ил Президенты завод асыу тантанаһында ҡатнашты

6 августа Башҡортостандың Әбйәлил районында илдә иң беренсе булып юғары технологиялы заманса Сеmix ProWhite заводы асылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ил Президенты завод асыу тантанаһында ҡатнаштыИл Президенты завод асыу тантанаһында ҡатнашты
Ил Президенты завод асыу тантанаһында ҡатнашты

6 августа Башҡортостандың Әбйәлил районында илдә иң беренсе булып юғары технологиялы заманса Сеmix ProWhite заводы асылды. Ул аҡ цемент етештереүҙә махсуслаша. Яңы предприятиены рәсми асыу тантанаһында Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашты. Дәүләт етәксеһе Башҡортостанға эш сәфәре менән килде. Заводты асыу тантанаһы республиканың иҡтисади потенциалын һәм яңы завод мөмкинлектәрен презентациялаунан башланды. “Бөгөн һеҙҙең менән булыуыма һәм эре инвестиция проектын уңышлы тормошҡа ашыра алыуығыҙ менән ҡотлауыма бик шатмын. Был Рәсәй менән Австрия араһындағы тығыҙ инвестицион хезмәттәшлектең яҡшы үрнәге. Ошо уңайдан төзөүселәргә, технологтарға – завод үҫешендә ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәһем килә. Бында етештерелгән продукция илдең әүҙем үҫеш алған төзөлөш тармағында ихтыяж менән файҙаланасағына иманым камил. Заводта алдынғы технологиялар һәм донъяның иң яҡшы тәжрибәләре ҡулланылыуы, етештереү процессы табиғәтте һаклауҙың иң юғары стандарттарын үтәүҙе күҙаллауы мөһим”, – тине В.Путин. Ул шулай уҡ Рәсәй Австрияны Европалағы төп партнерҙарының береһе тип иҫәпләй, тип билдәләне. Австрияның федераль канцлеры Себастьян Курц видеомөрәжәғәт менән сығыш яһаны. Заводты асыу тантанаһында “Ласселсбергер” төркөмө эйәһе Йозеф Ласселсберг һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Улар Рәсәй Президенты менән бергә цемент заводы эшсәнлеген башлап ебәреүгә старт бирде. Мәғлумат һәм фото сыганағы – “Башинформ” агентлығы сайты.

Автор:Сайтҡа Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Читайте нас