Ул — асыҡ һауала биология кабинеты, керем сығанағы ғына түгел, ә уҡыусылар өсөн белем, күҙәтеүҙәр шишмәһе лә. Беҙ һәр дәрестә, бер нисә минут булһа ла, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш булдырыу тураһында әңгәмәгә ваҡыт бүлергә, тыуған яҡтың матурлығын күрһәтергә, уның гүзәллеге күп яҡлап беҙгә бәйләнгәнлеген аңлатырға тырышабыҙ.
Уҡытыу-тәрбиә бурыстарына ярашлы, участокта сәскә-декоратив, еләк-емеш, йәшелсә, баҫыу, коллекция, экологик, дарыу үләндәре, орлоҡ, башланғыс класс уҡыусылары бүлектәре булдырылды. Унда бер йыллыҡ һәм күп йыллыҡ сәскәләр, алма, сейә, ҡыҙыл һәм ҡара ҡарағат, ҡурай еләге, ҡара миләш үҫә, уҡыусылар төрлө тәжрибәләр үткәрә, үҫемлектәрҙең биологик үҙенсәлектәре һәм уларҙың әйләнә-тирә мөхиткә яраҡлашыу формалары менән таныша. Дендрарийға майҙан бүленгән, унда райондың ҡырағай үҫеүсе ағастары тупланған. Халыҡҡа ҡарағат, ҡурай еләге һатыуҙан яҡшы керем алабыҙ. Ҡышҡылыҡҡа компот өсөн емештәр туңдырабыҙ. Мәктәп ашханаһы өсөн етерлек күләмдә йәшелсәләр үҫтерәбез, артығын һатабыҙ. Йәшелсә, сәскә орлоҡтарын үҙебеҙ әҙерләйбеҙ. Уҡыусылар йәй буйы сүбен утап, һыуын һибеп, тырышып башҡарған эштәренең һөҙөм-тәһен күреп, һөйөнә. Өҫтәүенә, үҙҙәре үҫтергәс, әрәм-шәрәм булыуға ла юл ҡуймайҙар. Иң мөһиме, хеҙмәткә өйрәнәләр.
Участоктан кергән табышҡа төҫлө телевизор, музыкаль үҙәк, мультимедия проекторы, технологик йыһаздар алдыҡ, заманса селтәрҙәр тектерҙек. 2012 йылда “Иң яҡшы мәктәп яны участогы” район конкурсында участогыбыҙ икенсе, 2013 йылда — беренсе урын яуланы һәм культиватор менән бүләкләнде. Шулай уҡ баҡсабыҙ республика конкурсы дипломанты ла. Ғөмүмән, беҙ тыуған ерен яратыусы, киләсәктә ауыл хужалығы өлкәһендә эшләргә теләгән, хеҙмәт һөйөүсән сәләмәт балалар тәрбиәләргә теләйбеҙ.