САРМАНАЙ
+4 °С
Облачно
Новости
30 Октября 2020, 09:21

Тәбиғәткә ҡаҙа килтермәй генә

“Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте Ағиҙел йылғаһы төбөнән торбаүткәргесте яңыртты “Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте Благовещен районында Өфө – Камбарка магистраль нефть продукттары үткәргесенең Ағиҙел йылгаһы төбөнән һыу аҫты кисеүенә реконструкция үткәрҙе. Әйләнә-тирә тәбиғәткә зыян килтермәйенсә айырым һаҡлыҡ саралары менән әлеге мәшәҡәттәр, 2019 йылдың ғинуар айында башланып, предприятиены техник ҡайтанан йыһазлау һәм реконструкциялау программаһы сиктәрендә үткәрелде. Төзеҙөкләндереү эштәре барышында дөйөм оҙонлоғо 6,3 мең метр тәшкил иткән торбаүткәргес участоктары яңыртылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте Ағиҙел йылғаһы төбөнән торбаүткәргесте яңыртты

“Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте Благовещен районында Өфө – Камбарка магистраль нефть продукттары үткәргесенең Ағиҙел йылгаһы төбөнән һыу аҫты кисеүенә реконструкция үткәрҙе. Әйләнә-тирә тәбиғәткә зыян килтермәйенсә айырым һаҡлыҡ саралары менән әлеге мәшәҡәттәр, 2019 йылдың ғинуар айында башланып, предприятиены техник ҡайтанан йыһазлау һәм реконструкциялау программаһы сиктәрендә үткәрелде. Төзеҙөкләндереү эштәре барышында дөйөм оҙонлоғо 6,3 мең метр тәшкил иткән торбаүткәргес участоктары яңыртылды.

Йылға аҫтынан торбаүткәргестәр һыу төбөнән тарттырылды, ә ике яҡ яр буйҙарында асыҡ траншея төбөнә һалынды. Туғай – Яңы Турбаслы автомобиль юлы аша кисеү иһә юл өҫлөгөнә зыян һалмайынса һәм автомашиналар хәрәкәтенә сикләү индермәйенсә генә горизонталь быраулау ысулы менән торбаүткәргесте һаклағыс футляр эсенә урынлаштырып башкарылды. Өлөшләтә электр селтәрен дә яңыртырға кәрәк булды: йылғаның һул яғындағы яр буйында комплектлы трансформатор подстанцияһы, шулай уҡ трасса йәнәшәһендә электр энергияһы тапшырыу сымы һәм терәк бағаналары яңыға алмаштырылды.

Ремонт эштәре барышында бөтә сәнәғәт хәүефһеҙлеге һәм хеҙмәтте һаклау ҡағиҙәләре талаптары тулыһынса үтәлде. Бынан тыш, коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау саралары күрелде, эшләүселәр һәр ваҡыт шәхси һаҡланыу сараларынан файҙаланды. Яңыртылған участокты эшкә ҡушыу торбаүткәргестә нефть продукттарын транспортлау күләмдәре 60 сәғәткә планлы рәүештә кәметелеп тороу шарттарында башҡарылды. Эшкәртү заводтарына нефть продукттары биреүҙә өҙөклөктәргә юл ҡуйылманы.

Ремонт һәм реконструкция эштәре билдәләнелгән ваҡыт эсендә үтәлде, магистраль торбаүткәргес штат режимында эшләй, нефтте транспортлау графикка ярашлы тейешле күләмдә бара. Яңыртылған участоктың етештереү объектының ышаныслы эшләүен тәьмин итәсәгенә шик юҡ.
Читайте нас