Районда “Баҫыу көнө” төбәк семинар-киңәшмәһе үтте. Унда республика Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре, республика ойошмалары һәм федераль структура бүлексәләре етәкселәре, хакимиәт башлыҡтары урынбаҫарҙары, баш агрономдар, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары башлыҡтары, Башҡортостандың көньяҡ урман-дала зонаһынан ун өс райондың ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре ҡатнашты.
Әлеге сараға әҙерлек үткән йылдан уҡ башланды. «Башагроинвест» йәмғиәтенең баҫыуында тупраҡты эшкәртеү буйынса майҙансыҡ һайлап алынды, унда ашлама индерелде. Яҙын 30 гектар тәжрибә баҫыуында һабан ашлык, техник, майлы һәм башҡа культуралар урынлаштырылды.
Баҫыу көнө – ул ауыл хужалығы технологияларының масштаблы күргәҙмәһе. Семинарҙа ауыл хужалығы техникаһы, йыһаз-яйланмалар, ашлама һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары, селекция һәм ауыл хужалығы культураларын үҫтереү өлкәһендәге ҡаҙаныштарҙың ҙур спектры тәҡдим ителде.
Фәнни-практик семинарҙа ҡатнашыусыларға БР Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураков, район хакимиәте башлығы Руслан Ғизәтуллин сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт иттеләр. Аграр ведомство вәкиле семинарҙы әҙерләүҙә ҡатнашҡан барлыҡ кешеләргә, хужаларға йылы ҡабул итеүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм һөҙөмтәле эшсәнлек теләне.
Һабан ашлык, техник һәм май культуралары сорттары һәм селекция-орлоҡсолоҡ сәсеүлектәрен ҡарау һәм танышыу барышында Башҡортостан ауыл хужалығы фәнни-тикшеренеү институты директоры урынбаҫары Әнүәр Шакирйәнов һәм Рәсәй Федерацияһының селекция ҡаҙаныштарын һынау һәм һаҡлау буйынса дәүләт комиссияһы филиалы начальнигы Иван Леонтьев сығыш яһанылар.
Семинарҙа ҡатнашыусылар ундан артыҡ ауыл хужалығы предприятиеһының етештереү участоктарын ҡараны.
Ҡунаҡтар «Столыпин» агросәнәғәт комплексы, Кушнаренко селекция үҙәге эшсәнлеге менәндә танышты.