САРМАНАЙ
+12 °С
Ясно
Новости
20 Апреля 2020, 08:50

Экология акцияһына старт бирелде

Өфөлә “Йәшел Башҡортостан” республика экология акцияһына старт бирелде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә “Йәшел Башҡортостан” республика экология акцияһына старт бирелде. Уның тәүге этабы башҡаланың Орджоникидзе районында 18 апрелҙә старт алды. Был көндө Ҡулса урамында йүкә һәм миләш үҫентеләре – барлығы 70 төп ағас ултыртылды. Яңы аллея илебеҙ өсөн үтә лә мөһим булған дата – Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналды.
Яңы төр вирус инфекцияһына бәйле барлыҡҡа килгән хәл һөҙөмтәһендә ҡалала йәшәүселәр был акцияла ҡатнаша алманы. Ағастарҙы был ҡала районының төҙөкләндереү буйынса хеҙмәте эшселәре ултыртты.
Ҡала мэрияһынан хәбәр итеүҙәренсә, “Йәшел Башҡортостан” акцияһы артабан да дауам итәсәк. Уның сиктәрендә тематик аллеялар булдырылып, йүкә, ҡайын, миләш һәм башҡа төр ағастар үҫентеләре ултыртыласаҡ.
Быға ҡәҙәр ошондай акциялар республиканың бөтә муниципалитеттарында ла үтәсәк тип хәбәр ителде.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: “Башинформ” агентлығы.
Читайте нас