САРМАНАЙ
-2 °С
Облачно
Новости
27 Июля 2017, 05:45
Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының Ауыл территорияларын үҫтереү депар-таменты директоры В.Свеженец Башҡортостандың ауылдарҙы үҫтереү буйынса тәжрибәһен юғары баһаланы. Ул ауыл территорияларының тотороҡло үҫеше һәм хужалыҡ итеүҙең кесе формаларына дәүләт ярҙамы күрһәтеү мәсьәләләренә арналған һан буйынса өсөнсө булған дөйөм Рәсәй семинар-кәңәшмәһендә ҡатнашыу маҡсаты менән республикаға килде. “Был семинарҙың тап Башҡортостанда үтеүе осраҡлы түгел. Сөнки һеҙҙә “Ауыл территорияларын тотороҡло үҫтереү” федераль маҡсатлы программаһы уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Уникаль хәл: бер муниципалитетта ғына ла ике комплекслы һәм компактлы төҙөлгән бер юлы ике микрорайон менән таныштыҡ. Шул уҡ ваҡытта уларҙың инфраструктураһы ла, юлдар да төҙөлә. Федераль ҡаҙнанан бүленгән аҡсаларҙың ни дәрәжәлә дөрөҫ һәм комплекслы рәүештә тотонолоуын күреп инандыҡ”, – тине ул Илеш районында барған сәфәрҙә. Республика ауыл хужалығы министры И.Фазрахманов белдереүенсә, “Ауылдың социаль үҫеше” про-граммаһын бойомға ашырыу өсөн 1,2 млрд. һум тотонолған. Уның яртыһы – республиканан, ҡалған өлөшө федераль бюд-жеттан йүнәлтелгән.
Читайте нас