Әлеге сара менән районыбыҙ республикала беренселәрҙән булып “Берҙәм Рәсәй”партияһының “Һәр кем шөғөлләнерлек спорт” (”Доступный спорт”) проектына старт бирҙе. Шулай уҡ ул аблайҙарҙың “Айыҡ ауыл” конкурсының республика этабында ҡатнашыу сиктәрендә үткәрелде.
Яҡташтар араһында спортты, сәләмәт тормыш рәүешен алып барыуҙы, физкультура менән шөғөлләнеүҙе популярлаштырыу һәм патриотлыҡ хистәре тәрбиәләү маҡсаты менән ойошторолған был сара “Һәр кем шөғөлләнерлек спорт” проекты координаторы, яҡташыбыҙ Фәрит Хөрмәтулла улы Ғиндуллин тәҡдиме һәм ҡатнашлығы менән тормошҡа ашырылды. Унда муниципаль район хакимиәте башлығы Реканс Фәнил улы Ямалеев һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Вадим Васильевич Соколов ҡатнашты. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) вәкиле, Башҡортостандың халык артисы, виртуоз ҡубыҙсы Миндиғафур Миндиәхмәт улы Зәйнетдиновтың да ауыл халҡының шатлығын уртаҡлашырға килеүе һәм ҡубыҙҙа уйнап яңғыратҡан моңдары байрамдың мәртәбәһен тағы ла арттырҙы. Был көндө бында йәшәүсе олоһо-кесеһенә спорт менән шөғөлләнөү өсөн мөмкинлектәрҙе арттырып, спорт инвентары һәм сертификаттар бүләк ителде