+6 °С
Болотло
Балаларҙың ялын мауыҡтырғыс итеп, уңай тәьҫҫораттарға байытыу маҡсатын күҙаллап, Саҡмағош беренсе урта мәктәбенең 7”в” синыфы уҡыусылары өсөн республикабыҙ башҡалаһы Өфөгә сәйәхәт ойошторолдо. Уның барышында үҫмерҙәр ҡаланың И.Яҡутов исемендәге паркта ла булып, күңел астылар.
Уҡыусыларҙың ата-әсәләре балалар күңеленә айырыуса хуш килгән ошо сәфәр өсөн мәктәп директоры А.Р.Бикмөхәммәтовҡа, синыф етәксеһе Э.Р.Вәлиевҡа һәм район хакимиәтенә бик тә рәхмәтле.