

Матбуғат конференцияһы барышында дәүләт етәксеһе В.В.Путин ИТАР-ТАСС агентлығының журналистика ветераны Вячеслав Тереховтың массакүләм вакциналаныу тураһындағы һорауына яуап биреп, Рәсәйҙә ковидҡа ҡаршы коллектив иммунитет дәрәжәһе 59,4 процентҡа етте, тип билдәләне. Бу – инфекцияны үткәргән һәм прививка эшләткән кешеләрҙең берҙәм иммунитеты күрһәткесе.
Илдә коронавирусҡа ҡаршы вакциналаныу процедураһын 70 миллионан артыҡ кеше үткән. Әммә был ғына ҡәнәғәтләнерлек түгел. Коронавирусты еңәр өсөн дөйөм иммунитет кимәле 80 проценттан да ким булмаҫҡа тейеш. Ил башлығы киләһе 2022 йылдың беренсе йәки икенсе кварталы ахырында был күрһәткескә ирешербеҙ тип өмөтләнә.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 60 процентан артыҡ халыҡ вакцина эшләткән. Ауырып һауыҡҡан яҡташтарыбыҙҙы ла иҫәпкә алып, төбәктә дөйөм иммунитет күрһәткесе 70 процентҡа яҡынлаша.
Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: “Башинформ” агентлыгы порталы.