

Шулар араһында яҡта шыбыҙ, Дүртөйлө районының Әңгәсәк ауылынан Федор Афанасьевич Титовтың да булыуы айырыуса ғәжәп һәм иғтибарға лайыҡ. Күптән түгел районыбыҙҙың «Юлдаш» гәзите редакцияһына Александр Иванович Дуршев дәүерҙәр шауҡымында инде һарғайып бөткән бер көндәлек алып килде. Тыуған яҡ тарихын өйрәнеүсе был уникаль тикшеренеү проекты 1958-1959 йыл дарҙа Әңгәсәк ауылы мәктәбен дә Роза Терентьевна Губанова етәкселегендә уҡыусылар М.Емельянова, Е.Лебедева, И.Пономарева һәм Л.Медведе ва тарафынан әҙерләнгән. Тарихи дөрөҫлөктө яңыртыу өсөн улар ваҡиғаларҙың туранан-тура шаһиттары менән хат алышыу ойошторған. Был көндәлектә 1908 йылда «Слава» лин корында мичман булып хеҙмәт иткән Владимир Николаевич Янковичтың, «Богатырь» крей серының өлкән унтер-офицеры Афанасий Семенович Копытовтың иҫтәлектәре һәм «Советская Россия» гәзитендәге мәҡәләләр урын алған. Комсомол ҡыҙҙар Италиялағы ҡот осҡос һәләкәттә ҡатнашыу сыларҙың, шул иҫәптән ауылдаштары Ф.А.Титовтың батырлыҡтарын тасуирлай. 28 декабрь көндө Сицилия утрауында һәм Италияның көньяғындағы Калабрия өлкәһендә ер хәрәкәткә килә. Һөҙөмтәлә егерменән артыҡ ҡала емерелеп, һанаулы минуттарҙа хәрәбәгә әйләнә. Был ваҡытта эпицентрҙан 80 миль алыҫлыҡ тағы Аугуста портында урыҫ хәрби караптары – «Цесаревич», «Слава» линкорҙары, «Адмирал Макаров» һәм «Богатырь» крейсерҙары торған була. «Слава» матростарының береһе яҡташыбыҙ Федор Афанасьевич Титов була. Рәсәйҙең батыр егеттәре бер теләктән Италия халҡына ярҙамға ынтыла. Тиҙ арала фажиғәғә юлығыусыларға аҙык-түлек килтереүҙе ойошторалар. Әммә төп бурыс – ҡаҙыу эштәре була, төркөмдәргә бүленеп, ломдар, көрәктәр менән ҡоралланып, өйөмдәр эсенән зыян күреү селәрҙе табыуға керешә улар. Яралыларҙың күҙҙәрен, ауыҙ ҙарын йыуып, йәрәхәттәрен бәйләп, инде госпиталгә әүерелгән караптарға оҙата барҙылар. Рәсәй хәрбиҙәренең батырлыҡтары шунда уҡ бөтә Италияға тарала. Ул көндәрҙә ҡалаларҙың бөтә һатыусылары ла урыҫ диңгеҙселәренә рәхмәт йөҙөнән кәрәк-яраҡтарҙы бушлай биреп, аҡса алыуҙан баш тарта. Урамдағы бөтә кешеләр ҙә улар алдында баш эйеп үтә. Тыуған илдәренә ҡайткас, «Слава», «Цесаревич», «Адмирал Макаров» һәм «Богатырь» караптары экипаждары «1908 йылдың 28 декабре» миҙалдарына лайыҡ була. Италия халҡы ла уларға «Мессина – Балтик эскадраһының батыр урыҫ диңгеҙселәренә» тип яҙылган Маҡтаулы миҙал тапшырып, рәхмәттәрен белдерә. Тиҫтә йылдар үткәс тә, Мессина үҙенең ҡотҡарыусыларын онотмай. Ярты быуаттан һуң ҡайтанан төҙөлгән ҡалала скульптор Пьетро Куфферленың һәйкәле хәрәбәләр аҫтынан кешеләрҙе азат итеүсе матростарҙы кәүҙәләндерә, уларҙың батырлыҡтары хөрмәтенә аталған урамдар ҙа бихисап. Бәлә ҡазала ярҙам итеүселәр араһында Дүртөйлө егете Ф.Титовта булыуы менән яҡташтары айырыуса ғорурлана! (Район «Юлдаш» гәзите хеҙмәткәре Г.Симонованың мәҡәләһенән тәржемә ителде).