САРМАНАЙ
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Сентябрь 2021, 12:45

Саҡмағоштар әүҙемлек күрһәтә

Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһына 8нсе саҡырылыш депутаттарын һайлауҙың тәүге көнө үк Саҡмағош районында әүҙемлек менән башланып китте.

Саҡмағоштар әүҙемлек күрһәтә
Саҡмағоштар әүҙемлек күрһәтә

Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһына 8нсе саҡырылыш депутаттарын һайлауҙың тәүге көнө үк Саҡмағош районында әүҙемлек менән башланып китте.

 

“ 17 сентябрҙә иртәнге 8 сәғәттән үк бөтә 55 һайлау участогы үҙҙәренең ишектәрен киң асып, гражданлык бурыстарын үтәүселәр ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерә башланы. Тауыш биреү бөтә һаҡланыу саралары теүәл үтәлеп алып барыла, – тине территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Миләүшә Ғимаева. – Дума депутаттарынан тыш, 3 һанлы һайлау окруғынан муниципаль район Советы депутатын, Иҫке Ҡалмаш, Рапат, Туҙлыҡыуыш ауыл Советтары депутаттарын өҫтәмә һайлаузар буласаҡ. Бөтә райондаштарымды гражданлык бурыстарын үҙҙәре өсөн уңайлы ваҡытта үтәргә килергә саҡырам”, – тине ул.

 

Саҡмағоштар тауыш биреүҙең тәүге сәғәттәренән үк һайлауға актив ҡушылып китте. Иртәнге туғыҙға уҡ айырым участоктарҙа бер нисә тиҫтәләгән һайлаусы тауыш биреп тә өлгөргәйне. Иң тәүләп участокка килеүселәргә һәм йәше етеп, әлеге сарала беренсе мәртәбә ҡатышыусыларға бүләктәр бирелде. 3259 һанлы һайлау участогында был бүләккә район үҙәгендә йәшәүсе хезмәт ветераны Мәккиә Ғарифуллина лайыҡ булды.

Автор:Фанис Амирханов
Читайте нас: