САРМАНАЙ
+7 °С
Ясно
Барыһы ла Еңеү өсөн
12 Октября , 06:20

Илеш яугире һынатмай

Пилотһыҙ осҡос технологиялары актив үҫешә, ә был өлкә белгестәренә СВО зонаһында ихтыяж бик ҙур. Үрмәт ауылында тыуып үҫкән  егет бөгөнгө көндә заманса хәрби хәрәкәттәр шарттарында иң яуаплы һөнәрҙәрҙең береһен башҡара.

Добавить в предпочтительные источники Google
Илеш яугире һынатмайИлеш яугире һынатмай
Илеш яугире һынатмай

 

"Солтан" позывнойлы яугир – Үрмәт ауылы егете. Үрмәт урта мәктәбен тамамлап Башҡортостан аграр-технология колледжында һөнәр үҙләштерә.

Артабан Себер яҡтарында иретеп йәбештереүсе булып эшләй. 2025 йылдың 9 декабрендә махсус хәрби операцияға контракт төҙөшөп китә. Ә ил өсөн ауыр ваҡытта уны контракт төҙөшөргә патриотизм хистәре этәрә. “Беҙ был осорҙы яҡшы итеп үтергә тейешбеҙ. Тыуған илебеҙҙе беҙ һаҡламаһаҡ, кем һаҡлар?” – ти яугир.

"Беренсе" позывнойлы яугир — пилотһыҙ осоу аппараттары (БПЛА) системаһы ротаһында – элемтәсе, алғы һыҙыҡтағы хәрбиҙәргә ышаныслы таяныс булып хеҙмәт итә.

Красноармейск ҡалаһы эргәһендә хәрби бурыстар үтәгәндә, дошмандың артиллерия уты һәм FPV-дрондарын актив ҡулланылыуы шарттарында яҡташыбыҙ, батырлыҡ һәм һөнәри оҫталыҡ күрһәтеп, FPV-постарына һәм яҡын разведка расчеттарына оптик элемтә линияһы һуҙа. Өҙлөкһеҙ шартлауҙар аҫтында эшләп, ул кабель трассаһын маскировкалау һәм һаҡлауҙы шәхсән тәьмин итеп, проблемалы участкаларҙа оператив рәүештә элемтәне булдыра. Уның ғәмәлдәре арҡаһында отделениелар менән идара итеү һәм артиллерия утын йүнәлтеү бер генә минутҡа ла туҡтатылмай, был иһә оборона сиктәрен уңышлы тотоп калырға ярҙам итә. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, бына ниндәй ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ батыр етәксе йөрәкле беҙҙең яҡташыбыҙ. "Солтан" менән сикһеҙ ғорурланабыҙ!

Райондашыбыҙға тыуған яғыбыҙға иҫән-һау ҡайтыуын теләйбеҙ. Әле һинең был ерҙә башҡарырға тейешле эштәрең шаҡтай – өйләнәһең, йорт һалаһың, балалар үҫтереп, нәҫел дауамсыларыңды ҡалдыраһың бар. һине өйҙә ҡәҙерле әсәйең, ике ағайың, игеҙәк һыңарың, туғандарың, ауылдаштарың көтә. Иҫән-һау, дошмандарҙы еңеп ҡайт һалдат!

Автор:Лира   Гәрәева
Читайте нас