САРМАНАЙ
+9 °С
Ясно
Барыһы ла Еңеү өсөн
22 Сентября , 06:00

Барыһы да Еңеү өсөн!

Кескәй генә ярҙам да ҙур көскә эйә МХОла хеҙмәт итеүсе егеттәргә даими ярҙам итеү еңеүҙе яҡынайтыуға өлөш кертә Тыуған еребеҙҙең һәр мөйөшөнән СВО зонаһына ярҙам ағымы бер генә минутҡа булһа ла туҡтап тормай. Сөнки һәр кем яҡшы аңлай: фронт һыҙығы беҙҙең йөрәктәр аша үтә, ә еңеү тылдың ныҡлығына һәм берҙәмлегенә бәйле.

Барыһы да Еңеү өсөн!Барыһы да Еңеү өсөн!
Барыһы да Еңеү өсөн!

 

 

Махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең ата-әсәләре лә ярҙамдан ситтә ҡалманы. Улар үҙ көндәлек мәшәҡәттәрен бер ситкә ҡуйып, егеттәребеҙгә йылылыҡ һәм рухи таяныс өләшеүҙе изге бурыс итеп ҡабул итәләр. Уларҙың фиҙаҡәрлеге — әсәләр мөхәббәтенең һәм ҡаҡшамаҫ имандың күркәм үрнәге. Махсус хәрби операцияла ғәзиздәрен юғалтҡандар ошо эшкә кемдеңдер тәҡдиме буйынса түгел, йөрәк ҡушыуы буйынса алынды.

–Улдарыбыҙҙы,тормош иптәштәребеҙҙе юғалтыу бик ауыр булды. Ә бит унда егеттәребеҙ ут аҫтында, уларҙы ташларға ярамай. Һуғыш барғанын оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Барлыҡ райондаштарға, ата-аналарға мөрәжәғәт итәм – ҡулынан, хәленән килгән һәр кем булышһын, үҙ өлөшөн керетһен ине. Ундағы егеттәребеҙгә һәр ярҙам бик тә кәрәкле. Үҙебеҙҙең командаға бик ҙур рәхмәт еткерәм, киләсәктә лә ошондай изге эште дауам итәрбеҙ, барлыҡ илештәр ҡушылыр, тип өмөтләнәбеҙ. Донъя тынысланып, егеттәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын ине – беҙҙең иң ҙур теләгебеҙ шул. Кескәй генә ярҙам да ҙур көскә эйә. Беҙ бергә һәм еңеүгә тиклем шулай булыр ҙа, – тине үҙ сығышында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙең әсәһе Эльмира Шәйәхмәтова.

Атап әйткәндә, яҡташтарыбыҙға яҡын арала ебәреләсәк гуманитар ярҙам составында генератор, комплектлау деталдәре менән бензо бысҡы, гигиена саралары, эске кейемдәр, портатив газ плитәләре һәм баллондар бар. Улар окоптарҙа һәм блиндаждарҙа көн һайын кәрәкле әйберҙәр.

–Һалдаттарыбыҙ үҙҙәре элемтәгә сығып, ихтыяждарын әйтәләр, ә беҙ халыҡҡа мөрәжәғәт итәбеҙ. Беҙҙең булышлыҡ – адреслап, тап бына яугирҙәребеҙ һорағанса ебәрелә. Егеттәребеҙ беҙҙең ярҙамды. һәм йылыны тойоп торһон ине, – ти район оператив штабы начальнигы Илдар Хөснөтдинов.

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан Ҡарабаш ауылынан Әсхәт Саттаров барлыҡ яугирҙәр исеменән ата-әсәләргә, тол ҡатындарға рәхмәт әйтте: "Һеҙҙең ярҙам бик тә кәрәк, тыуған яҡтан ебәрелгән һәр нимә беҙгә ҡәҙерле, яҡын, көс өҫтәй", - тине ул.

Был көндө ғәзиздәрен юғалтҡан ата-әсәләр, тормош иптәштәре үҙҙәренең изге ғәмәлдәре өсөн оло һөйөнөс кисерҙе. Улар киләсәккә план ҡороуҙарын  "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фонды филиалында сәй табыны артында дауам иттеләр. Бында улар йыш ҡунаҡ. Социаль координаторҙар гел яҡты йөҙ менән ҡаршы алып, кәңәштәр бирә, махсус хәрби операцияға ҡағылышлы яңылыҡтар менән таныштыра.

Был көслө рухлы ата-аналар, үҙ өлгөләре менән тағы бер тапҡыр шушы иҫбатланы: изгелек эшләргә теләгән кешегә ҡаршылыҡтар юҡ, бары тик ҙур йөрәк һәм сабырлыҡ кәрәк.

Ә гуманитар ярҙамды туплап, алыҫ юлға ҡуҙғалған ир-егеттәребеҙгә иҫән-һау йөрөп ҡайтырға насип булһын. Махсус хәрби операция барған урынға барып етеп, егеттәребеҙҙе шатландырырға яяҙһын.

 

Барыһы да Еңеү өсөн!
Барыһы да Еңеү өсөн!
Автор:Лира   Гәрәева
Читайте нас