САРМАНАЙ
+15 °С
Дождь
Барыһы ла Еңеү өсөн
17 Сентября , 06:30

Дүртөйлө төбәгенең ҡыйыу бөркөттәре

Дүртөйлө районы хаҡимиәте һәм уның халҡы һәр ваҡыт махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтар менән тығыҙ элемтәлә тора.

Дүртөйлө төбәгенең ҡыйыу бөркөттәреДүртөйлө төбәгенең ҡыйыу бөркөттәре
Дүртөйлө төбәгенең ҡыйыу бөркөттәре

 

Улар өсөн 30ҙан ашыу гуманитар конвой ойошторолдо, ветерандарға яңы эш табыуҙа йәки үҙ бизнестарын булдырыуҙа адреслы ярҙам күрһәтелә, «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы ла кәрәкле хеҙмәттәрҙең бөтә төрҙәрен күрһәтә. Яугирҙәр үҙҙәре лә ситтә ҡалмай – үҙ ауылдарында төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙамлаша, отпуск ваҡытында район башлығы менән осрашып, үҙҙәренең тормош һәм һуғышсан тәжрибәләре менән уртаҡлаша, алғы һыҙыҡтағыларҙың теләктәрен һәм ихтыяждарын еткерә.

    Мәҫәлән, Семилетка ауылынан «Конор» ҡушаматлы һуғышсы (кисәге нефтсе) хәрби операцияның беренсе көндәренән үк Ватанды һаҡлай. Бөгөн инде ул ябай һалдат ҡына түгел, ә сынығыу үткәр офицер – кесе лейтенант һәм взвод командиры. Уның күкрәген хаҡлы рәвештә ике «Батырлыҡ өсөн» миҙалы биҙәй. Яу ҡырында өс тапҡыр яраланған егет, изге бурысына тоғро ҡалып, йәнә-йәнә сафҡа ҡайта. Ә өйҙә уны яратҡан ҡатыны, алты йәшлек улы һәм өс йәшлек ҡыҙы көтә. Офицерҙың төп хыялы – балаларым ысын патриоттар итеп тәрбиәләү, ә улын киләсәктә Дүртөйлөләге “Шайморатов” класына биреү.

Мәскәү ауылынан «Чили» ҡушаматлы офицер ҙа үҙ ғүмерендә етди юл үткән. Ҡазан танк училищеһын тамамлағандан һуң уны Хабаровск крайына хеҙмәткә ебәрәләр, ә 2022 йылдан алып ул алғы һыҙыҡта. Бөгөнгө көндә 28 йәшлек капитан рота менән командалыҡ итә һәм күп һанлы хәрби бүләктәргә эйә. Ғәзиз әсәһе, һөйөклө ҡатыны һәм йәш ярымлыҡ улының яҡты тормошо өсөн ул бик күп батырлыҡ үрнәктәре күрһәткән. Район башлығы менән осрашыу барышында «Чили» фронтта технологияларҙың тиҙ үҙгәреүен һәм пилотһыҙ осҡос аппараттар менән идара итеү өсөн уҡытыуҙар ойошторолғанын һәм яңы хәрби кадрҙар кәрәклеген билдәләне.

«Диксон» ҡушаматлы һуғышсы хеҙмәттәштәре өсөн ышаныслы командир һәм тоғро иптәш булһа, өйөндә — яратҡан ир, өс бала атаһы һәм өс айлыҡ ейәненең яратҡан олатаһы. Нефтсе булып эшләгән яҡташыбыҙ 2023 йылда тыныс тормоштағы һөнәрен Ватанды һаҡлауға алыштыра. Һуғышсан юлын ул Миңнеғәле Шайморатов исемендәге легендар батальонда штурмовик булып башлай. Бөгөнгө көндә Луганск өлкәһендә алғы һыҙыҡта хеҙмәт итә, пилотһыҙ ғәскәрҙәр подразделениеһында медицина взводы командиры ул. Батырлыҡтары өсөн яҡташыбыз юғары бүләктәргә – Жуков, Суворов,  Шайморатов миҙалдарына лайыҡ булған.

«Татар» ҡушаматлы яугиребез – Дүртөйлөнөң үҙенән. Башҡорт гимназияһында белем алып, егет Санкт-Петербургтағы хәрби элемтә академияһына уҡырға инә. Хәҙер инде ул офицер, гвардия мотоуҡсылар бригадаһы составында махсус хәрби операцияла хәрби бурыстарын үтәй. Үҙенең ҡыҫка ваҡытлы ялында һәр буш минутын ата-әсәһе менән үткәрергә, уларға хужалыҡта ярҙам итәргә тырыша “Татар”. Был көндәрҙә уға Ватан алдындағы һуғышсан ҡаҙаныштары өсөн генерал Шайморатов миҙалы тапшырылды.

"Беҙ бөгөн ҡулына ҡорал тотоп ил мәнфәғәттәрен яҡлаусы һәр яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Уларҙың батырлығы, ныҡлығы һәм илгә тоғролоғо — беҙҙең бөтәбеҙ өсөн дә үрнәк. Беҙ, үҙ яғыбыҙҙан, алға таба ла һуғышсыларға, ғаиләләренә ярҙам итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Бер кем дә иғтибарһыҙ һәм ҡайғыртыуһыҙ ҡалмаясаҡ. Хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, егеттәр. Һеҙҙе Еңеү менән көтәбез!" - тине район башлығы.

Һуғышсылар ҙа үҙ сираттарында район етәкселегенә даими ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерделәр һәм хатта унда, алғы һыҙыкта ла тыуған ерҙең ҡайғыртыуын һәм йылыһын тойоуҙарын билдәләп үттеләр.

Дүртөйлө төбәгенең ҡыйыу бөркөттәре
Дүртөйлө төбәгенең ҡыйыу бөркөттәре
Дүртөйлө төбәгенең ҡыйыу бөркөттәре
Дүртөйлө төбәгенең ҡыйыу бөркөттәре
Дүртөйлө төбәгенең ҡыйыу бөркөттәре
Автор:Денис Мансуров
Читайте нас