

Күп кешеләр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға көнкүреш кәрәк-яраҡтары, аҙык-түлек менән ярҙамлашыуҙы йәки улар өсөн бик ҡәҙерле булған йылы хаттар яҙыуҙы үҙҙәренең бурысы итеп һанай.
Ошо көндәрҙә Иҫке Ҡамышлы ауылындағы «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһының барлыҡ хеҙмәткәрҙәре лә һалдаттарыбыҙға гуманитар йөк оҙатыуҙа ҡатнашты. Уларҙы изге маҡсат – илебеҙҙе яҡлаусыларға ярҙам итеү теләге берләштерҙе.
Балалар баҡсаһы мөдире вазифаһын башҡарыусы Айгөл Шәрипова солянка яһарға тәҡдим итте. Ата-әсәләр комитеты банка, ҡапҡастар һатып алды. Һәр хеҙмәткәр йәшелсәләр килтерҙе. Күңел йылыһын ҡушып, күмәк көс менән әҙерләнгән хуш еҫле солянкалар гуманитар ярҙам йыйыу пунктына тапшырылды.
Акцияла ҡатнашҡан барлыҡ кешеләргә лә рәхимле һәм берҙәм булыуҙары өсөн ысын күңелдән рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ һәм уртаҡ эшебеҙҙең яугирҙәребеҙгә файҙа килтерәсәгенә ышанабыҙ.