

Ул Шишмә районында тыуып үҫкән. Ваҡытлы хеҙмәтте стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәрендә үтә. Унан ҡайтҡас, төҙөлөштә эретеп йәбештереүсе булып эшләй.
2013 йылда өйләнә, Шәрип ауылында төпләнә. Үткән йылдың декабрендә ул Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөшә.
Айнур бер йылдан артыҡ Башҡорт мотоуҡсылар полкының Сергей Зорин исемендәге танк батальонында хеҙмәт итә. «Василек» позывнойлы ефрейтор – Т-90 «Прорыв» танкында төҙәүсе-оператор.
Айнур хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Хәрби бурыстарын юғалтыуҙарһыҙ башҡарғаны өсөн танк экипажы бүләкләүгә тәҡдим ителә. Яҡташыбыҙ «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була. Айнур хеҙмәт итеүсе танк экипажы дошман тылына ҡыйыу бәреп инә, уның барышында нацистарҙың терәк пункты юҡ ителә.
Кыйыу якташыбыҙҙың өс улы бар, өлкәне Эмиль атаһының ҡайҙа икәнлеген анлай инде. «Үҙеңде һаҡла, атай!» – ти ул.
–Ғаиләм янында ялда була алыуыма бик шатмын. Һанаулы көндәр тиҙ үтте. Китеүе гел ауыр, әммә фронтҡа ҡайтырға кәрәк. Еңеү оҙаҡ көттөрмәҫ, тип уйлайым, беҙҙең ғәскәрҙәр һиҙелерлек алға киттеләр, – тине хушлашҡанда Айнур.
Беҙ ҙә яҡташтарыбыҙҙың Еңеү яулап ҡайтыуҙарын ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп ҡалабыҙ.