САРМАНАЙ
+19 °С
Ясно

Ил таянырҙай ирҙәр бар

Район үҙәгендә тыуып үҫкән Алмаз махсус хәрби операция төбәгендә мотоуҡсылар полкында гранатометсы булып хеҙмәт итә. Үткән йылдың декабрендә уға ни бары 24 йәш тулды. Гимназияла туғыҙынсы синыфты тамамлағас, Кушнаренко ауыл хужалығы колледжында киң профилле тракторсы-машинист белгеслеген үҙләштерә.

Ил  таянырҙай ирҙәр барИл  таянырҙай ирҙәр бар
Ил таянырҙай ирҙәр бар

 

Уҡыу йортон тамамлағандан һуң, төрлө тармаҡтарҙа, Сочи ҡалаһындағы төҙөлөштәрҙә, район мебель етештерү цехында, «Сибур» нефть  сығарыу компанияһында монтажсы, слесарь булып хеҙмәт һала.

2024 йылдың октябрендә Рәсәй  Федерацияһы Оборона министрлығы менән хәрби хеҙмәткә контракт төҙөшә.

–Ике ай уйлағандан һуң, аңлы рәүештә ҡарар ҡылдым. Ҡайҙа барғанымды самаланым һәм яҡынса ниндәй хәүеф янауын да белдем. Ил саҡыра икән, барырға кәрәк. Әсәем, әлбиттә, ҡайғырҙы,  ебәрәһе килмәне, һуңынан риҙалашты, – тип һөйләне ул.

Алмазды Сибәркүл ҡалаһында урынлашҡан уҡыу үҙәгенә билдәләйҙәр. Бында  килеүселәр тактика һәм атыу буйынса әҙерлек үтәләр, уларҙы автомат һәм башҡа ҡоралдарҙан файҙаланырға, штурмлау бурыстарын үтәргә өйрәтәләр.

«Татарин» позывнойлы яҡташыбыҙ мотоуҡсылар подразделениеһы составында гранотометсы булып башта Луганск, төбәгенә йүнәлә унан Донецк Халыҡ Республикаһына күсерелә.

–Беренсе алышты яҡшы хәтерләмәйем. Штурмлаусылар алғы һыҙыҡта, ҡуйылған бурыстарына ҡарап, иң күбе бер ай көрәше. Дошманды терәк пункттарынан йә иһә нығытмаларынан бәреп сығарырға, оборона алыу һәм өҫтәмә ярҙам көтөргә бойороҡ бирелә. Гранатометсы бер аткандан яһағандан һун позицияһын үҙгәртә. Һуғышсан иптәше уға яны урын әҙерләй. Танкка ҡаршы гранатомет (РПГ) – дошмандарҙы ҡурҡытырлыҡ һөҙөмтәле ҡорал. Уны «шайтан» тип тә атайбыҙ, – ти Алмаз.

Унын һүҙҙәре буйынса, СВО төбәгендә снаряд, һуғыш ҡоралдарының үҙ атамалары бар. Гранатометҡа ҡуйыла торған снарядтарҙы һалдаттар «морковка» тип йөрөтәләр. Ун килограмм ауырлыҡтағы РПГ, уға дүрт шартлатҡыс, ете таҫмалы автомат, дүрт граната, бронежилет, каска – һуғышсы өсөн ябай  кәрәк-яраҡ. Һөҙөмтәлә өҫтөңдә 50 килограмм йөк йөрөтәһең. Дрон тауышын ишетеү, аяҡ аҫтына иғтибарлы булыу – яугир өсөн ин мөһиме. Шулай итеп, ҡолаҡ һәм күҙҙәр – алғы һыҙыҡта ин кәрәклеләре.

2025 йылдың апрелендә Покровск йүнәлешендәге алыштарҙа яҡташыбыҙ ҡаты яралана. Новоселовка торлаҡ пунктын штурмлағанда арҡаһына ярсыҡ эләгә, ҡулын һындыра. Эвакуациялау урынына үҙе барып  етә. Госпиталдә терһәк өлөшөнөң яраланыуы ла асыҡлана, Дондағы Ростов-на-Дону, Ставрополдә операциялар... Курганда Елизарьев исемендәге хирургия үҙәгендә тағын бер операцияға әҙерләнә.  Дауаланған ваҡытта дүрт ай бергә хеҙмәт иткән иптәшенең үлеме тураһында ишетә.

Алмаз «СВО-ла ҡатнашыусы» миҙалы менән бүләкләнгән. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡас, район хакимиәте башлығы Марат Латипов уны Рәхмәт хаты менән бүләкләне.

Автор:Беҙҙең хәбәрсебеҙ.
Читайте нас