Әлеге изге ғәмәлдә ҡатнашыусыларҙың һәр ҡайһы был эштең әһәмиәтлелеген аңлай, һәр береһенең яугирҙәргә ярҙам итәһе килә. Гуманитар ярҙам туплау беҙҙең ҡулыбыҙҙан килә. СВО төбәгендәге һалдаттарҙың нимә менән күҙгә-күҙ осрашҡанын беҙҙең беребеҙ ҙә асыҡ ҡына күҙ алдына килтермәй, ә бит улар зарланмай, хәрби тормоштоң ауырлыҡтарын сабыр ғына күтәрә. –Махсус хәрби операция башланғандан бирле район халҡы яугирҙәребеҙгә актив ярҙам итә. Волонтерҙар көн һайын тиерлек аҙыҡ, йылы кейемдәр, медикаменттар, тәү кәрәк-яраҡ әйберҙәр йыя. Шәхси эшҡыуарҙар, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары башлыҡтары, ауыл предприятиелары, учреждение һәм ойошмалар етәкселәренә, битараф булмаған барлыҡ кушнаренколарға – барыһынала ҙур рәхмәт. Дауахана вәкилдәре дарыуҙар алып килде. Бөгөн 173 тартма оҙатабыҙ. Ун һигеҙ ата әсә исемле посылкалар һалды, егеттәребеҙ уларҙы тиҙҙән аласаҡ, – тип һөйләне Шайморатов исемендәге штаб волонтеры Светлана Кинйәкәева. Иҫке Ҡормаш ауылында йәшәүсе Регина Фазлыева СВО төбәгенә «УАЗ-буханка» автомобиле оҙатты. Ул ата-әсәһе Зәбит Зәбих улы һәм Илгизә Нурлығаян ҡыҙы менән бергә кил гәйне. –Улым Эдуард йыл ярым махсус хәрби операцияла Башҡортостан мотоуҡсылар полкы составында хеҙмәт итә. Үҙем дә гуманитар йөк менән улым янына барсаҡмын. «УАЗ» посылкалар һәм һалдаттарыбыҙ һораған әйберҙәр менән тулы. Ауылдаш тарыма, ауыл Советына ярҙам йыйыуҙы ойошторғандары өсөн рәхмәт. Бында исемле әйберҙәр, туңдырылған ит, ҡаҡланған ҡаҙ һәм өйрәктәр, ҡайнатма, тоҙло әйберҙәр кеүек аҙыҡ-түлек. Көрәк, бәләкәй арба, мотобысҡы һәм башҡа бик күп әйберҙәр тейәлде, – ти һалдат әсәһе. Уртаҡ эш төрлө йәштәге, һөнәрҙәге һәм ҡарашлы кешеләрҙе берләштерә. Алғы һыҙыҡта ғыларға ярҙам итеүҙә ҡатнашҡан һәр кем Еңеүҙе яҡынайта.