Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
11 Декабрь 2025, 10:50

«Марвин»

Кушнаренко районы үҙәгендә тыуып үҫкән Илшат  июль айында Рәсәй Федерацияһе Оборона министрлығы менән хәрби хеҙмәт үтеүгә контракт төҙөнө.

«Марвин»
«Марвин»

 

Туғыҙынсы синыфты тамамлағандан һуң, ауыл хужалығы техникумына бухгалтерлыҡ бүлегенә уҡырға инә ул. 2006-2008 йылдарҙа Рәсәй  Ҡораллы Көстәре сафына саҡырыла. Изге бурысын Төнъяҡ-Кавказ хәрби округында һауа һөжүменә ҡаршы оборона ғәскәрҙәрендә үтә. Бер нисә йыл дауамында район электр селтәрендә электромонтер булып эшләй. Контракт төҙөгәнсе «Пятерочка» һәм «Чижик» кибет селтәрҙәрендә аҙыҡ-түлекте өйгә килтереү хеҙмәтендә эшләй.

–Улдарымдың нацистар һәм башҡа шундай ҡәбәхәттәр булмаған тыныс тормошта үҫеүен теләйем, – ти ул.

 «Марвин» позывнойлы хәрбиҙе махсус автобатальонға водитель итеп билдәләйҙәр. Подразделениеның бурысы – ғәскәрҙәрҙе кәрәк әйберҙәр менән тәъмин итә. Дошман  пилотһыҙ осҡыстарҙы масса-күләм ҡулланыу сәбәпле, хәҙер келәттәр алғы һыҙыҡтан йыраҡтараҡ урынлаштырыла. 

Көслө хәрби хәрәкәттәр осоронда транспорт бүлексәләренә ҙур йөкләнеш төшә һәм водителдәр был эште намыҫлы башҡарып сыға.

–Беҙҙең подразделение алғы һыҙыҡҡа ҡорал, һыу, яғыулыҡ, аҙыҡ-түлек, төҙөлөш материалдары илтеп бирә. Техника паркы «Урал» һәм «КамАЗ» машиналарынан тора. Йөктө илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән ташыйбыҙ, Луганск Халыҡ Республикаһына килтерәбеҙ. Биш-ун машинанан торған колонна тигән һүҙ. Кабина эсендә тулы хәрби әҙерлектә ултырабыз – бронежилет, каска кейәбеҙ, ҡулда – автомат. Ял итеү өсөн       «Стоп машина» режимы бар. Ҡорал ташығанда туҡтап тормайбыҙ. Минең менән бергә ун ике яҡташыбыҙ хеҙмәт итеү. Шуға ла үҙ-ара ярҙам итешеп торабыҙ, кәрәк икән, бер-беребеҙҙе дәртләндерәбеҙ, – тип һөйләне яугир.

Яҡташыбыҙ билдәләүенсә, ял ваҡыты һиҙелмәй ҙә үтеп китә. Әлеге осорҙа ул күберәк өйҙә булырға, хужалыҡ эштәрен ҡарарға тырышҡан. Шаҡтай ваҡытын балалары янында  үткәргән.  

Илшат – дәүләте, үҙ ғаиләһе һәм туғандары мәнфәғәтен уларҙан, һалдат-контрактсыларҙан башҡа бер кем дә яҡлай алмаясағын белгән кешеләрҙен береһе.  Ә  туғандары уның өсөн доға ҡылалар, егеттәребеҙ еңеү менән ҡайтасағына ышаналар!

 

Автор: Беҙҙен хәбәрсе.  
Читайте нас