Был ваҡиға – алғы һыҙыҡта Ватан мәнфәғәттәрен яҡлаусыларға һәм уларҙың ышаныслы тылын тәьмин иткән ғаиләләргә ярҙам итеү системаһын нығытыуҙа мөһим аҙымҙарҙың береһе. Сара республика һәм район хакимиәттәре вәкилдәрен, йәмәғәт ойошмаларын һәм, әлбиттә, хәрби хәрәкәттәр ветерандарын йыйҙы. Хөрмәтле ҡунаҡтар араһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибов, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, «Ватанды Һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина, Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов, шулай уҡ Мәскәү, Өфө ҡалаларынан профилле департаменттарҙың етәкселәре һәм белгестәре булды. Күптәр өсөн таныш, ғәҙәти булған адрес буйынса урынлашҡан Үҙәк (бында район халҡынан гуманитар ярҙам йыйыу ойошторолған) махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың проблемаларын комплекслы хәл итеү өсөн булдырылды. Уның эшсәнлеге бернисә төп йүнәлеш буйынса алып барыласаҡ: Социаль-хоҡуҡи ярҙам: «Ватанды һаҡлаусылар» фонды, социаль яҡлау, хәрби комиссариат белгестәре, юристар һәм адвокаттар граждандарға консультациялар бирәсәк; Психологик ярҙам: теләүселәрҙе республика йәштәр социаль-психологик үҙәгенең көн байыш филиалы психологтары ҡабул итәсәк; Йәмәғәт һәм ирекмәнлек эшмәкәрлеге: үҙәктә Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирек мәндәр штабы һәм балалар өсөн “СВОя территория” киңлеге урынлашасаҡ; Саралар ойоштороу: төрлө осрашыуҙар, йыйылыштар һәм саралар өсөн иркен тамаша залы ҡаралған. Сәләмләү һүҙҙәре менән Руслан Таһир улы, Риф Сәғәҙәтулла улы, Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы сығыш яһаны. Улар бер тауыштан хәрби бурысын үтәгән яҡташтарыбыҙ һәм уларҙың ғаиләләре өсөн ышаныслы терәк буласаҡ был учреждениеның мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Традицион ал таҫманы ҡырҡып, Үҙәк рәҫми асылғас, ҡунаҡтар һәм сарала ҡатнашыусылар бинаға аяҡ баҫты. Унда теләгән һәр кеше яңы кабинеттарҙы ҡарай, белгестәр менән аралаша һәм бында булдырылған изгелек һәм хәстәрлек атмосфераһын баһалай алды. Үҙәк үҙ эшен башларға һәм бөтә кәрәкле ярҙамды күрһәтергә әҙер. Адресы: Дүртөйлө ҡалаһы, М.Якутова тыҡрығы, 4нсе һанлы йорт.