Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
30 Сентябрь 2025, 14:20

Батырлығы, ихласлығы онотолмаҫ

Ватанды һаҡлау элек-электән һәр ир-егеттең изге бурысы һанала. Махсус хәрби операция башланыу менән, әлеге хәҡиҡәтте иҫтә тотып, районыбыҙҙың батыр ауыл егеттәре ил һағына баҫты.

Батырлығы, ихласлығы онотолмаҫ
Батырлығы, ихласлығы онотолмаҫ

 Улар Тыуған ил алдындағы хәрби бурыстарын лайыҡлы үтәй, күптәре төрлө дәүләт бүләктәренә эйә булды, беҙҙең тыныслығыбыҙ өсөн ғүмерҙәрен бирҙе. Илебеҙ өсөн баштарын һалған яҡташтарыбыҙҙы оноторға тейеш түгелбеҙ, һәр саҡ иҫтә тоторға, киләсәк быуынға уларҙың батырлығы, ҡаһарманлығы тураһында һөйләргә бурыслыбыҙ. Әлеге яҙмам ғүмеренең аҙа ғына тиклем хәрби антына тугры ҡалып, батырлыҡ үрнәге күрһәтеп һәләк булған яугир, бөтә ғүмерен район «Маяҡ» гәзитенә бағышлаған ветеран журналист Гөлфинә Сәлимованың улы Айҙар Тимерханов тураһында. Айҙар 1981 йылдың 23 октябрендә тыуған. Кескәйҙән үк теремек, тырыш булып үҫә. Үрге Йәркәйҙәге беренсе урта мәктәпкә уҡырға инә. —1992 йылда Үрге Йәркәйҙәге беренсе урта мәктәптә мамематиканы тәрәнәйтеп өйрәнеү класы асылды. Айҙарға был класта уҡыу бәхете тейҙе. Бында белемгә ынтылған балалар йыйылды. Шуға күрә тәртип боҙоуҙар булманы, сөнки һәр уҡыусы белем алырға ынтылды. Айҙар һәр вакыт дәрестәргә әҙер булып килде. Мәктәпте тамамлағас, ул база белемдәренә эйә булды, был уға теләгән юғары уҡыу йортона уңышлы уҡырға инергә һәм уны тамамларға ярҙам итте. Мәктәптә даими рәүештә төрлө саралар уҙғарыла. Айҙар уларҙа бик ҙур теләк менән ҡатнашты, яңы идеялар тәҡдим итте. Ул иптәштәре менән уртаҡ тел таба белде, фекерҙәрен ышаныс менән белдерҙе һәм теге йәки был проблемаларҙы хәл итеүҙә үҙ вариантын яҡланы. Походка сыҡҡас та Айҙар беренселәрҙән булып әйберҙәрҙе ташырға ярҙамлашты, усаҡ яғырға булышты. Усаҡ янында гитарала уйнап йырҙар йырларға бик тә яратты. Уның менән һәр ваҡыт һәм ҡайҙа ғына булһа ла еңел ине. Айҙар үҙенең сыҙамлығы һәм буйсанлығы арҡаһын да төркөмдөң лидеры булды. Бынан тыш ул һүрәт төшөрөргә, тәбиғәтте күҙәтергә һәм уның матурлығын табырға яратты. Уның ижади эштәре йыш ҡына балалар күргәҙмәләрендә урын алды. Айҙар әсәһен, ҡустыһы Аза матты бик тә яратты. Беҙҙең хәтерҙәрҙә ул мәңгегә тоғро, патриот, игелекле һәм ышаныслы, оло йөрәкле кеше булып һаҡлана. Ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә беҙҙең йөрәктәрҙә тәрән эҙ ҡалдырҙы. Уны юғалтыу мәктәп коллективы, класташтары һәм минең өсөн тә бик ҡыйын булды, һаман да ышанаһы килмәй, – тип иҫкә ала ҡыйыу яҡташыбыҙҙың класс етәксеһе, БРҙың халыҡ мәғарифе отличнигы Флүрә Баязитова. 2001-2006 йылдарҙа Айҙар Рәфис улы Башҡортостан дәүләт университетында уҡый. Икенсе юғары белемде Өфө дәүләт нефть-техник университетында инженер белгеслеге буйынса ала. Үҙ теләге менән армия сафтарына юллана һәм Алыҫ Көн сығышта артиллерист булып хәрби хеҙмәтен үтәй. Арытабан Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә нефть-газ предприятиелары төҙөлөшөндә эшләй. 2012-2013 йылдарҙа Айҙар Ҡаҙанда «Яңы ғасыр» телерадиокомпанияһында, 2013 2014 йылдарҙа «Илеш» телерадиокомпанияһы»нда теле оператор булып эшләне. Ауылдарға, хужалыҡтарға репортаждар ойошторорға, райондағы сараларҙы яҡтыр тырға бергә сыға инек. Ул һөнәрен яратып, еренә еткереп, ҙур яуаплылыҡ менән теүәл итеп башҡарҙы. Ул район, хатта республика өсөн мөһим булған кадрҙарҙы төшөрҙө. Ә районы быҙҙың ни тиклем яҡшы кешеләре, уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәте тураһында тапшырыуҙар, ҡотлауҙар зәңгәр экрандарҙа донъя күреп, райондаштарына шатлыҡ-һөйөнөстәр өҫтәгәндер, көс һәм дәрт биргәндер?!.. Айҙар ижади шәхес ине, шиғырҙар яҙҙы, уларҙың күбеһе төрлө баҫмаларҙа баҫылып сыҡты. 2023 йылда ул ҡабат Ватаны быҙ һағына баҫа. Контракт төҙөшөп, үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юллана. –Айҙарым 2023 йылдың ғинуарында Дондағы Ростов ҡалаһына эшкә китәм, тип ҡайтты. Бернисә көндә йыйынып сығыпта китте. Тәүге мәлдәрҙә йыш ҡына телефон аша шылтыратып хәлемде белешеп торҙо, үҙе өсөн ҡайғырмаҫҡа ҡушты. Тик уның ҡайҙа йөрөгәнлеге йыл ярымдан һуң ғына билдәле булды. Оборона министрлығы менән килешеү төҙөшөп һуғышҡа киткән улым. Ауыр яраланып госпиталгә эләкмәһә, белмәҫ инем дә, – тип ул көндәрҙе иҫенә төшөрҙө ғәзиз әсә берсә ғорурланып, берсә йөрәгендәге яраһы тағы ҡуҙғалып. Эйе, Айҙар ғүмер буйы үҙен көрәшсе булырға әҙерләгән кеүек. Кесе йәштән спорт менән шөғөлләнә, күпте белергә, күпте өйрәнергә, үҙ ҡулдары менән эшләп ҡарарға ынтыла. Малайҙар менән уйнағанда яралар алып ҡайтһа ла илап, ебеп тормай. Армия хеҙмәтенә лә үҙе ҙур теләк менән китә. Ғөмүмән, ниндәй ауырлыҡтар кисерһә дә, зарланмай, һиҙҙермәй. Госпиталдән һуң Айҙар тыуған ауылына әсәһе янына ҡайта. Бер аҙҙан тағы һуғышҡа юллана. «Ҡайтам мин, әсәйем, ҡайтам, бәлки бер кулым йә иһә бер аяғым булмаҫ, әммә ҡайтам», – тип, әсәһе менән хушлашып юлға ҡуҙғала. Әсә менән улдың һуңғы ҡыҫып ҡосаҡлашыуы була был... Ни хәл итмәк кәрәк, бындай юғалтыуҙарҙан һуң да тормош дауам итә, әммә был хәсрәттәр бер минутҡа ла кеше күңеленән сыҡмай, ваҡыт үтеү ҙә был ҡайғыны еңеләйтмәй, күрәһең. Гөлфинә Мирзаян ҡыҙы менән ниндәй генә темаға һөйләшә башлаһаҡ та, һүҙҙең аҙағы Айҙарға, уның бик ҡыҫҡа, әммә мәғәнәле тормошона, ҡыйыулыҡ күрһәтеп һәләк булыуына килеп төртөлә, әсәнең күҙҙәренә йәш тула. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәшәйештең ысынбарлығы шундай – әсә йөрәгендәге яра төҙәлмәй, бындай бәлә-ҡаҙа уның сәстәренә сал төшөрә, биттәренә тәрән һыҙыҡтар һала... “Билдәле, илгә ауырлыҡ килгәндә башлап ир-егеттәр иңен ҡуйырға тейеш. Ул – элек-электән килгән ғәҙәти күренеш. Ир бала табып үҫтергән һәр әсә быны яҡшы аңлайҙыр, тип уйлайым. Улым Айҙар илебез именлеге өсөн һәләк булды. Минең ғорурлығым ул. Ләкин улымды юғалтыу ҡайғыһының бер генә минутҡа булһа ла баҫылғаны юҡ. Бындай ауыр хәсрәт бер кемдең дә өйөнә кермәһен», – ти Гөлфинә Мирзаян ҡыҙы. Эйе, яҙмышты төҙәтеп, маңлайыңа яҙылғанды үҙгәртеп булмай, тип әйтеүҙәре хаҡтыр. Ҡыҫҡа ғына яшәү дәүереңдә яҡ шылыҡтар эшләп,игелекле ғүмер кисереп, үҙе тураһында яҡты эҙ ҡалдырып китте Айҙар. Ижад үрҙәренә күтәрелеп кенә барған сағы инелә бит. «Һуғыштан ҡайтҡас, китап яҙырмын», – тигән була. Яҙмаған, күрәһең. Әммә Айҙарҙың ижади йәненең иҫтәлеге булып төрлө йылдарҙа яҙған шиғырҙары ҡалды. Гөлфинә Сәлимова булған яҙмаларынан йөрәк пәрәһенең яҡты иҫтәлегенә бағышлап китап баҫтырып сығарырға уйлай. Аҡыллы, тәртипле йәш кеше — тормошта үҙ юлын тапҡан, әсәһенең, ҡустыһы Азаматтың, яҡындарының ныҡлы таянысы, биргән антына тоғро булған, беҙҙең тыныслығыбыҙ өсөн үҙ ғүмерен аямаған Айҙар Тимерханов илештәр күңелендә мәңге һаҡланыр, онотолмаҫ. Уның батырлығы йәш быуын өсөн оло ғорурлыҡ, өлгө булып тора.

Автор: Лира   Гәрәева
Читайте нас