Спортсыларҙы ҡотларға һәм рәхмәт белдерергә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вице-премьеры — Республика спорт министры Руслан Хәбибов һәм «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының БР буйынса филиалы рәйесе Гөлнур Ҡолһарина, шулай уҡ тренерҙар адаптив һәм спорттың төрҙәре мәктәптәре вәкилдәре килде. Ағымдағы йылдың авгусында Дзержинка «Ватанды һаҡлаусылар кубогы» төбәк-ара комплекслы физкультура сараһы уҙҙы. «Ватанды һаҡлаусылар» фонды дәүләт, Рәсәйҙең Паралимпия комитеты һәм Түбәнге Новгород өлкәһе хөкүмәте ойошторған турнирҙа Волга буйы федераль округының 14 төбәгенән 142 махсус хәрби операция ветераны ҡатнашты. Улар йәҙрә менән атыу һәм уҡтан атыу, ултырған килеш пауэрлифтинг һәм волейбол, бысаҡ сөйөү, өҫтәл теннисы ярыштарында көс һынаштылар. Республика командаһы составында беҙҙең яҡташыбыҙ, Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры, «Ҡаһарманлыҡ өсөн», «Рәсәй патриоты» миҙалдары һәм Шайморатов генерал миҙалы кавалеры, Төньяҡ Кавказдағы контртеррористик операцияларҙа ҡатнашыусы, махсус хәрби операция ветераны Рубен Хәсәнов та булып, Башҡортостанданын яҡлауға ҙур өлөш керетте. Рубен Флорид улы – батырлығы менәндан ҡаҙанған яҡташыбыҙ. Ул хәрби юлын пуле- метсы-разведчик булараҡ Тажикстан һәм Чечня территорияларында башлай. Махсус хәрби операция башланғас, Рубен Тыуған илен яҡларға юл тота, Донбасста көрәшә. Соледар тирәһендә барған ҡаты һуғыштарҙа ул яралы ике иптәшен ҡоткарып ҡала, әммә үҙе мина ға эләгеп, ауыр йәрәхәттәр ала. Оҙаҡ дауаланғандан һуң протездарҙа булһа ла тулы ҡанлы тормош менән йәшәүен дауам итә. Рубен Хәсәнов – Өфөлә һәм Сочиҙа үткән «Ватанды һаҡлау сылар кубогы»нда ҡатнашыусы. Ул 2023 йылдың ноябрендә СВО ветерандары йыйылма командаһы составында «Ватанды һаҡлаусылар кубогы» төбәк-ара спорт сараһында атыу буйынса ярыштарҙа беренселекте яуланы. Разведчик-пулеметсы Рубен Хәсәнов СВОла ҡатнашҡансы спорт менән етди шөғөлләнмәй. Тыуған яғына ҡайтҡас, пулялы атыу буйынса республика йыйылма командаһы ағзаһы була. Тренировкалар барышында сәмләнеп китеп, еңергә теләүен аңлай. «Ярыштарҙың һөҙөмтәләрен иғлан иткәндә өсөнсө урын алыусыны әйткәндә үҙемдең исемемде ишетмәнем. Икенсеһе ваҡытында ла ул яңғыраманы. Өслөккә эләкмәүемә борсолоп, залдан сығып китергә йыйындым. Һәм шул ваҡытта ғына ишеттем — беренсе урынды миңә бирҙеләр. Хәҙер аңлайым, планканы бер ҙә түбән төшө рөргә ярамай. Мин үҙемде аҙ хәрәкәтсән, тип һанамайым. Беҙ —һуғышсылар. «Патриот» паркындағы «Геройҙар уҙышын да» протезда 3 км йүгереп уҙ ҙым. Барыһы да яҡшы. СВО ветерандары өсөн бындай спорт саралары – ҙур плюс. Эйе, ваҡыт бар ине, госпиталдә яттым. Аяҡты юғалтыу тураһында уйланым. Иҫән-һаумын бит! Депрессия ул бер минутлыҡ эш. Уны еңеп сығыу һәм алға таба ғүмер итеү мөһим», – ти батыр яҡташыбыҙ Рубен Хәсәнов. Дзержинскиҙа Рубен волейбол буйынса Башҡортостан Республикаһынан СВО ветерандары командаһы составында көмөш миҙалға эйә булды. Өфөлә үткән тантаналы сарала Рубен Хәсәновты Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вице премьеры — республиканың спорт министры Руслан Хәбибов һәм “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының БР буйынса филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина тәбрикләп, Почет гра мотаһы һәм ҡул сәғәте менән бүләкләне.