Ул – Еңеү паркы. Ҡулына автоматын ҡыҫып тотҡан һалдат һәйкәленең ике яғындағы стелала Бөйөк ватан һуғышында һәләк булған һәм яу ҡырынан иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан яугирҙәрҙең исем-шәрифтәре яҙылған. Улар яулаған Еңеү тарих биттәренә алтын хәрефтәр менән теркәлеп, батырлыҡтары йәш быуынға үрнәк булып тора. Исемдәре мәңгелек данға күмелгән ҡаһармандарҙың дауам сылары – ҡыйыу йөрәкле, ҡурҡыу белмәҫ ир-егеттәр махсус хәрби операция башланған көндәрҙән үк ут эсенә юлланды. Аблай ауылынан киткән яугирҙәр араһында Рөстәм Вәлиев тә бар. «Татарин» позывнойлы яҡташыбыҙ алғы һыҙыҡта – инженер сапер ротаһында хәрби бурысын үтәй. Юҡҡа ғына: “Батыр егет – яу күрке”, – тип әйтмәйҙәр. Снарядтар шартлаған, дрондар атылған алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн яугир яҡташыбыҙ миҙалдар менән бүләкләнгән. Рөстәм үҙенә уңайлы ваҡытта яҡындары менән бәйләнешкә сыға. Хәрби хеҙмәте, яуҙаштары, тыуған яғынан килгән гуманитар ярҙам хаҡында ҡыҫҡа ғына һөйләп үтә, үҙе өсөн борсолмаҫҡа куша. «Беҙ тыныслыҡ өсөн көрәшәбеҙ. Көтөгөҙ. Еңеү яулап ҡайтырбыҙ...”–Улымдың ошо һүҙҙәре иңдәремә ҡанаттар ҡуя, күңелем тынысланып, сабырланып ҡала. Бергә хеҙмәт иткән егеттәрҙең бик дуҫ-татыу булыуҙары өсөн һөйөнәм. Ут эсендә бер-бере һенә ярҙамлашып, аралашып, ҡайғыртыусанлыҡ күрһәтеп, улар үҙ бурыстарын үтәйҙәр. Бер үк инде иҫән-һау булһындар, – ти Раушания, йәшле күҙҙәрен һөртеп. –Улымдың бала сағына, мәктәп йылдарына, армия хеҙмәтенә ҡағылышлы фотоһүрәттәрен ҡарап, һағыныуҙарымды баҫам, – ти ул. Бик күп әсәләр кеүек Раушания ла бөгөн барыһы өсөн дә ут йотоп йәшәй. Теләктәрен теләп, яҡшы хәбәрҙәр генә көтөп, һәр көндә яратҡан эшен башҡара. –37 йыл элек һатыусы һөнәренә эйә булдым. Бөгөнгө көндә күсмә сауҙа менән шөғөлләнәм. Аҙнаһына өс тапҡыр Саҡмағош, Кушнаренко, Благовар райондарына ҡараған ауылдарға барып, көндәлек кәрәк-яраҡ менән һатыу итәм. Руль артында үҙем ултырам. Минең килеүемде һәр ҡайҙа көтөп торалар. Тырышлығы, эш һөйөүсәнлеге менән хеҙмәт ветераны исеменә, район ҡулланыусылар йәм ғиәтенең, Үрнәк, күрше Кушнаренко районының Баҡай ауыл биләмәһе хакимиәттәренең күп һанлы Маҡтау һәм Рәхмәт хаттарына лайыҡ булған Раушания. Тыуған ауылында үткәрелгән бөтә сараларҙа, яугирҙәргә гуманитар ярҙам йыйыуҙа ул әүҙем ҡатнаша. Рөстәм дә ялға ҡайтҡан саҡтарында игелекле эштәр башҡарған, Еңеү паркын йәмләүгә үҙ өлөшөн индергән. Йөрәктәрен һыҙлатҡан һынауҙың ауырлығын тыныс тормош хаҡына ғәзиздәрен һуғышҡа оҙатҡан әсәләр генә белә. Улар – түҙем дә, сабыр ҙа, ныклы рухлы ла. Һәр атҡан таңды яҡты өмөт, ҙур ышаныс менән ҡаршылай ҙар. Ил ғорурлығы булырлыҡ улдар үҫтергән әсәләрҙең һәр ҡайһы рәхмәт һүҙҙәренә һәм хөрмәттең иң олоһона лайыҡ.