Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
24 Сентябрь 2025, 10:55

Саҡмағоштоң сая улдарының береһе ул

Үҙен “Чикаго” тип таныштырған ир-егет менән әңгәмә ҡорғанда уның тормошто яратыуы, рух ныҡлығы һәр һүҙендә, һәр фекерендә ярылып ятыуына шаһит булдым.

Саҡмағоштоң сая улдарының береһе ул
Саҡмағоштоң сая улдарының береһе ул

 

Махсус хәрби операция биләмәһенә командировка төрлө яҙмышлы кешеләр менән осрашыу, танышыу мөмкинлеге бирә. Ауыр һуғыш шарттарында ла яугирҙәрҙең зарланмауы, үҙ-ара матур мөнәсәбәттә булыуы, бер-береһен дәртләндерә белеүе һоҡландыра. Үҙен “Чикаго” тип таныштырған ир-егет менән әңгәмә ҡорғанда ла уның тормошто яратыуы, рух ныҡлығы һәр һүҙендә, һәр фекерендә ярылып ятыуына шаһит булдым.

– Үҙең менән яҡынданыраҡ таныштырып үт әле.

– Мин Саҡмағош районының Яңы Балтас ауылында тыуып үҫтем.  Бында килеүемә йыл ярым ваҡыт үтте. Позывной һайлауым ҡыҙыҡ ҡына килеп сыҡты. Сафта торғанда командир һорай: “Кем, ҡайҙан булаһың? Позывнойың нисек?”. Һорауҙың тәүге өлөшөнә яуап бирҙем, тик позывной һайларға кәрәклеген белмәгәйнем. Артта торған Дүртөйлө егете: “Ә һин Чикагонанмы ни?” – ти. Саҡмағошто күрше-тирә райондыҡылар Чикаго ти бит. Быны командир ишетте лә, “Улайһа, “Чикаго” буласаҡһың” тип, позывной биреп тә ҡуйҙы.

МХО-лағы хәлдәрҙең нисек булыуын ялға ҡайтҡан яугир яҡташтар аша ла, киң мәғлүмәт, интернет саралары ярҙамында ла белә инем. Шуға күрә егеттәргә нисек тә ярҙам итеү теләге барлыҡҡа килде һәм үҙ теләгем менән хәрби контракт төҙөнөм. Әлеге ваҡытта матди тәьминәт ротаһында водитель булып хеҙмәт итәм, аҙыҡ-түлек һәм һыу ташыйым.

– Шулай ҙа дөрөҫөн әйтәйек: һәр кем хәрби комиссариаттың ишеген аса алмай, йәғни контракт төҙөп, МХО-ға юлланырға йөрьәт итмәй. Һине был аҙымға нимә этәрҙе?

– Мин дә дөрөҫөн әйтәйем: был ҡарарҙы ҡабул итеүгә бер йыл әҙерләндем. Ҡапыл уйлап, контрактҡа ҡул ҡуйып сығып китмәнем. Аҡса эшләү мәсьәләһе лә беренсе урында торманы. Бәлки, пафослыраҡ яңғырар, әммә мин намыҫым ҡушҡанға килдем. Яраланып ҡайтҡан, һәләк булған яҡташтар ҙа булды. Шул саҡтарҙа “Был һуғышҡа, дөрөҫөрәге еңеүгә мин дә үҙ өлөшөмдө индерергә тейешмен”, тип уйлана башланым. Махсус хәрби операцияға юлланыуыма тап бына ошолар тәьҫир итте.

– Әрме хеҙмәтен үткән кешеһегеҙме?

– Эйе, сроклы хеҙмәтте Түбәнге Тагил, Пенза тарафтарында элемтәсе булараҡ үттем. Хәрби контракт төҙөгәс, водитель булырға теләк белдерҙем, сөнки мин хеҙмәт иткән осорҙағы, йәғни ике меңенсе йылдарҙағы элемтә саралары менән бөгөнгөләр араһында айырма ҙур. Шуға күрә үҙем яҡшы белгән бурысты һайланым. Тыныс тормошта вахта ысулы менән эшләнем. Вахта араһындағы ялдар өсәр айға һуҙылып китә ине, шул саҡта колхозда водитель булып эшләп ала торғайным.

– Һинең хаҡта ситтән тороп юғары уҡыу йортонда уҡый, тип әйткәйнеләр. Ошо хаҡта ла һөйләп үт әле.

– Эйе, мин Башҡортостан дәүләт аграр университетына йылылыҡ энергетикаһы белгеслеге буйынса уҡырға индем. Был тармаҡ тыныс тормоштағы төп эшем буйынса ныҡ таныш. Нефть-газ табыу идаралығында йылылыҡ һәм һыу менән тәьмин итеү йүнәлешендә эшләнем. Бында юлланғанға тиклемге хеҙмәт урыным – Таймырь ярымутрауындағы Диксон ҡасабаһы. Белеүегеҙсә, унда эш шарттары ҡатмарлы ғына, әммә хеҙмәт хаҡы бик яҡшы. Алдараҡ әйткәнемсә, МХО-ға һис тә генә аҡса эшләү ниәте менән килмәнем.

– Ғаилә хәлең нисек?

– Ҡатыным менән ике ул үҫтерәбеҙ, өлкәненә – 14 , бәләкәйенә ете йәш. Мөмкинлек тыуғанда һөйләшеп, хәлемде белдереп торорға тырышам. Ике ай элек ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булып килдем.

– Республиканың, район етәкселегенең, яҡташтарыңдың ярҙамын тояһығыҙмы? Нимәләргә мохтажһығыҙ?

– Әлбиттә, тоябыҙ. Республиканан да, тыуған Саҡмағошобоҙҙан да ярҙам ылауҙары килеп тора. Район хакимиәте башлығы Реканс Фәнил улы Йәмәлиевкә айырым рәхмәт. Ул һәм Айҙар Фәнил улы шәхсән килеп, һәр беребеҙ менән күрешеп, һөйләшеп, хәлдәрҙе белешеп китә. Нимәгәлер мохтаж булыуыбыҙҙы белдерһәк, шунда уҡ ярҙам итәләр, табып, йүнләп ебәрәләр. Халыҡҡа ла ҙур рәхмәт!

– Йәшәү, ашау яғы нисек? Зарланырлыҡ түгелме?

– Юҡ, зарланырға сәбәп юҡ. Ашнаҡсылар тәмле итеп бешерә. Аҙыҡ-түлек, һыу, тәьминәт йәһәтенән проблемалар булғаны юҡ.

– Киләсәккә ниндәй уй-ниәттәр?

– Алла бойорһа, имен-аман булып, еңеүгәсә барырға, шул еңеүҙе яулап ҡайтырға ине. Тыныс тормошта яратҡан эшемде дауам итергә уйлайым, сөнки хеҙмәтемде яратып башҡарҙым. Ундағы иптәштәрем дә ныҡ һәйбәт, эш тә, улар ҙа һағындыра. Коллективыбыҙ дуҫ, берҙәм. Һәр кем етди тикшереү аша алынғас, барыһы ла үҙ бурысын ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. Унда осраҡлы кешеләр эшләмәй. Уҡыуымды ла дауам итәсәкмен.

– Яҡташтарға ниндәй теләктәрең булыр?

– Һәр береһенә иҫәнлек-һаулыҡ теләйем. Именлектә күрешергә яҙһын. Атай-әсәй, ғаиләм ныҡ һағындыра. Барыһы ла һау-сәләмәт булһын. Тиҙерәк был һуғышты еңеү менән тамамлап, тыуған яҡтарға, яҡындарыбыҙ янына ҡайтыу теләге менән йәшәйбеҙ.

– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Изге уй-ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын!

Автор: Вәдүт Исхаҡов әңгәмәләште
Читайте нас