Илештәр илебеҙ һағында торған ир-егеттәргә һәр яҡлап ярҙам итә – маскировкалау селтәрҙәрен үрәләр, окоп шәмдәре яһайҙар, туҡмас ҡырҡалар, бауырһаҡтар бешерәләр, ойоҡ бейәләйҙәр бәйләйҙәр,аҡса йыйып хәрбиҙәргә кәрәкле приборҙар һатып алалар һ.б. Ғөмүмән, һәр кем хәленән килгәнсә был изге эшкә үҙ өлөшөн кертергә тырыша. Этәй ауылы мәҙәниәт йортоноң мәҙәни саралар ойоштороусыһы Эльвина Солтанова инициативаһы менән бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙар СВОла ҡатнашыусы ауылдаштарыбыҙға туҡмас ҡырҡып ебәреүҙе ойошторҙоҡ. Ауыл йомортҡаһына «Бисмилла» әйтеп йәйгән туҡмаслы аш һыу бик тәмле була бит ул. Был сауаплы эште ауыл мәҙәниәт йортона йыйылып башҡарҙыҡ. Доғалар уҡып, изге теләктәр теләй-теләй эшләнек. Берҙәм булғас, эш еңел барҙы. Изге эшкә хеҙмәт ветерандары Сәриә Сәрүәрова, Фәниә Йосопова, Рәсилә Батыргәрәева, Ғилминур Хәйруллина, ветеран уҡы тыусылар Земфира Һибәтова, Фәйрүзә Хәбибова, Гөлназ Кәбирова (мин), йәш хужабикәләр Ынйы Ғәбиҙуллина, Венера Хәйретдинова, Лена Назарова бик теләп ҡушылды. Мәмдүдә Шаймарҙанова, Хәлиҙә Дадаева, Эльмира Йосопова йомортҡа һәм он менән тәьмин иттеләр. Ҡул йылыһын да, күңел йылыһында ҡушып, ихластан әҙерләгән был ризыҡтар тиҙ көндәрҙә эйәләренә барып етеп, уларҙы һөйөндөрһөн, көс бирһен ине. Ғаиләләренән айырылып китеп, ут ямғыры аҫтында үлемдең күҙенә ҡарап йәшәргә мәжбүр ул һалдаттар кемдәрҙеңдер ҡәҙерле улдары, атайҙары, ағай ҡустылары бит. Уларға бөгөн үҙҙәрен яратыуҙарын, һағынып көтөүҙәрен белеү бик мөһим, был уларға көс өҫтәр. Теләктәребеҙ бер – хәрбиҙәр тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын