Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
12 Август 2025, 15:20

Башланған эш – бөткән эш

Халыҡ телендә: «Батыр булып тыумайҙар, батырға әйләнәләр» тигән әйтем бар. Егерме бер йәшлек Валерийҙың Тыуған илен яҡларға баҫасағы тураһында кем уйлаған? Ул үҙенең теләк һәм мөмкинлектәр менән тулы књћелле йылдарын ҡулына ҡорал алып, нацистар менән көрәшеүгә алмаштырҙы.

Башланған эш – бөткән эш
Башланған эш – бөткән эш

 

Валерий Кувыков ауылында тыуып үҫкән. Бында бала сағы үтә, башланғыс синыфтарҙа белем ала. Шәрип урта мәктәбенең туғыҙ класын тамамлағандан һуң  килешеү буйынса төрлө  ерҙрҙә эшләй.

2024 йылдың авгусында Рәсәй  Федерацияһы Оборона министрлығы менән хәрби хеҙмәткә контракт төҙөйшә.

–Дөрөҫөн әйтәм, МХОлағы хәлдәрҙе диванда ғына ҡарап ултыра алманым. Туғандарым минең ҡарарымды нисек ҡабул иттеләрме? Ауыр. Ата-әсәем бармаҫҡа өгөтләнеләр. Тормош иптәшем дә бындай юл һайлауым менән килешмәүен белдерҙе, – тине йәш яугир.

Уны Алкин ҡасабаһында формалашыусы подразделениеға билдәләйҙәр. Валерий яу юлын Донецк йүнәлешендә урынлашҡан техник подразделениела башлай. Хәрби бурыстары оборона ҡоролмаларын төҙөү һәм йыһазландырыу була. Бер айҙан һуң «Привал» ҡушаматлы яҡташыбыҙҙы сапер итеп тәғәйенләйҙәр.

–Подразделениебыҙ хәрби бурысты «Үҙәк» төркөмө составында үтәй. Дистанцион миналау инженер системаһы расчетын оҙата барыусы машина командиры – башҡарған вазифам. Система билдәле урындарҙа ситтән мина яландары яһау өсөн тәғәйенләнгән. Яйланма биш–ун биш километр йыраҡлыҡта миналар урынлаштырыусы реактив снарядтар ебәрә. Система бер нисә футбол яланы һыйырлыҡ майҙанды программалаштырыла торған снарядтар ярҙамында һанаулы миҙгел эсендә миналар менән ҡапларға мөмкин. Шулай итеп, нацистарҙың һөжүм итеү һәм сигенеү ихтималлығы булған урындарға миналар ҡуябыҙ. Быны тиҙ генә башҡарып, расчет төркөмө хәүефһеҙ урынға күсә. Ләкин һәр вакыт та эш уйлағанса килеп сыҡмай – дошман йоҡламай, ракеталарҙы сығарғас та ата башлай...

 Көнкүреш шарттары хәрбиҙәрсә, үҙ ҡулдарыбыҙ менән мунса төҙөнөк. Гуманитар ярҙам килгәндә бик күңелле. Ғәмәлдәребеҙҙе хуплап, беҙҙең турала  хәстәрлек күрһәтеп тороуҙарын аңлайбыҙ, – тип һөйләүен дауам итте «Привал».

Быйыл йәш парҙың тормошонда иҫтәлекле ваҡиға булды: улдары Владимир тыуҙы. Шул уңғайҙан командование хәрби хеҙмәткәргә ял бирҙе. Ғаилә башлығы бала табыу йортонан ҡатыны һәм улын үҙе барып алды.

Контракт хеҙмәте ефрейторы подразделение составында Селидово ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнашып, унда күрһәткән батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн дәүләт бүләге – Суворов миҙалына тәҡдим ителде.

–Кабат яу яланына китеү ҡыйын түгел, сөнки кәрәк. Урыным шунда, башланған эште аҙағына еткереү зарур. Бәрелештәр һыҙығы көнбайышҡа күсә, – тине әңгәмә аҙағында Валерий.

 

Автор: Беҙҙең хәбәрсебеҙ.
Читайте нас