Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
7 Август 2025, 10:50

Ҡартатаһы еңгән, ейәне лә еңәсәк!

«Була» ҡушаматлы яугир, ҡартатаһы кеүек, нацист ҡалдыҡтарына ҡаршы көрәшә.

Ҡартатаһы еңгән, ейәне лә   еңәсәк!
Ҡартатаһы еңгән, ейәне лә еңәсәк!

 

Районыбыҙҙың Шыршы-Тартыш ауылында тыуып үҫкән Әхмәровтар һәр йыл һайын ғаиләләре менән 9 май көнөндә ауылда йыйыла. Аталары, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әфған Ғәззәли улы иҫән булғанда ла, ул баҡыйлыҡҡа күскәс тә. Элекге һәм хәҙергенең айырмаһы шунда: атайҙары иҫән саҡта улар әле үҫмер балалар була, ә хәҙер инде — өләсәй-ҡартатайҙар, байрамға ейәндәре, бүләләре менән киләләр.

Әммә быйыл был сараға бер кешегә кәмерәк йыйылдылар. Сөнки Әфған Ғәззәли улының өлкән ҡыҙы Миәссәрә өлкән улы Булатты махсус хәрби операцияға оҙатҡан... Хәҙер уның ҡушаматы – «Була».
Ауыл хужалығы техникумында хисапсы һөнәрен үҙләштергән Булат Чечняга хеҙмәткә эләгә, үҙ һөнәрен бында  һуғыш шарттарында ла ҡулланырға тура килә уға. Бер ҡулында ҡорал тотып, икенсеһе менән «боевой»ҙарын көтөп алалмаған егеттәргә хеҙмәт хаҡтары бүлгән саҡтары йыш була егеттең. Уныңса, һәр кем үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып тапҡан аҡсаһын ваҡытында алырға тейеш. Дөрөҫлөк шуны талап итә.

Украина нацистары ҡотороноп үҙ халҡына ташланғанда ла дөрөҫлөктөң өҫкә сығасағына ышана егет. Әммә был ваҡиғаларҙы ситтән генә күзәтергә түгел, ә ҡыйырһытылыусыларҙы ҡорал тотоп яҡларға кәрәк буласағын да самалай. Ил саҡырғас, ул йәнә хәрби хеҙмәткә юллана.

–Бик тиҙҙән Еңеү беҙҙең яҡта була, ти улым, – тип һүҙен дауам итә Булаттың әсәһе Миәссәрә апай. – Быға  ҡәҙәр ул ышандырған һәр нәмә тормошҡа аша килде, быныһында ла шулай буласаҡ.

Литва урмандарында дошманды дөмөктөргән Әфған Әхмәровтың батырлығы ейәне Булатҡа ла күскән, ул да бөгөн илгә килгән афәткә ҡаршы ҡалҡандай күкрәген ҡуйған, нацистарға ҡаршы алыша. Ҡартатаһы еңгән, ейәне лә еңәсәк!

Автор: Беҙҙең хәбәрсебеҙ.
Читайте нас