Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
21 Июль 2025, 15:10

Данила Кольцов – беҙҙең заман геройы

Дүртөйлө егете Данила Кольцов 24 йәшендә үк һәр кем дә булдыра алмаҫлыҡ һынауҙарҙы уҙырга өлгөргән. Прапорщик, хәрби хәрәкәттәр ветераны, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, Жуков миҙалы менән бүләкләнгән – был ҡоро юлдар артында батырлыҡ, ныҡлыҡ һәм ғәжәйеп рух көсө тора.

Данила Кольцов – беҙҙең заман геройы
Данила Кольцов – беҙҙең заман геройы

 

Ватан алдындағы бурысын Данила дүрт йыл элек үтәй башлай. Ҡораллы Көстәр сафтарына алынғас, ул Бурятия Республикаһына ебәрелә, унда радиация, химик һәм биологик һаҡланыу ғәскәрҙәрендә (РХБЗ) хеҙмәт итә. Арытаба Оборона министрлығы менән контракт төҙөшә. Украина, Донецк һәм Луганск өлкәләрендә махсус хәрби операция башланғас, ул беренселәрдән булып, алғы һыҙыҡҡа китә, Харьков йүнәлешендәге алыштарҙа ҡатнаша.

Нәҡ бына ошонда уның тормошоикегә бүленә: Изюм ҡалаһы эргәһендәге һөжүм ваҡытында Данила ҡаты яралана, һөҙөмтәлә ҡул суғын юғалта.Мәскәү һәм Санкт-Петербург госпиталдәрендә оҙак айҙар реабилитация, өсөнсө төркөм инвалидлығы – береһе лә уның рухын һындырмай. Арытаба тағы ла ике йыл хеҙмәт итә, унан сәләмәтлеге торошо буйынса запасҡа сығырға мәжбүр була.

Тыуған яҡтары – Дүртөйлөгә ҡайтҡас, Данила яңы проблема – эшкә урынлашыу менән осраша. Хәрби тәжрибәһенә һәм эшләргә теләүенә ҡарамаҫтан, йәрәхәте етди кәртә булып тора. Ләкин ҡулдарын төшөрмәй. Патриотик һәм спорт сараларында актив ҡатнаша егет. Быйыл ул IV төбәк-ара «Ер көсө» этномәҙәни патриотик фестивалендә йөҙөү буйынса көсөн һынай һәм икенсе урынды яулай. Был еңеү уның һығылмаҫ ихтыяры символы булды.

Эшкә урынлашыу мәҫьәләһе «Берҙәм Рәсәй» партияһы һәм «Ватанды һаҡлаусылар» фонды тырышлығы менән үҙгәрҙе.Даниланыңәсәһе«Рәсәйҙә эш» кадрҙар үҙәгенә ярҙамһорапмөрәжәғәт итә һәм Башҡортостан Республикаһы ДәүләтЙыйылышы – Ҡоролтай депутатыАльберт Рафаил улы Дәүләтбаевветеранга үҙе етәкләгән Ленин тоҡомсолоҡ заводында эшләргә тәҡдим яһай.

Бөгөнгө көндә ДанилаКольцов ауыл хужалығы предприятиеһының фермаларын һәм складтарын контролдә тотоп, видеокүҙәтеү операторы вазифаһын башҡара.Ул үҙенең йәмғиәткә яңынанкәрәкле булыуы менән ғорурлана, ә уның тарихы хатта иң ҡатмарлы шарттарҙа ла алға таба йәшәргә көс табыу үрнәге булып тора.

Данилның тормошо – ысын герой, ауыртыу һәм юғалтыуҙар аша үтеп, бирешмәгән, ә көрәшеүен дауам иткән шәхес тарихы. Уның ныҡлығы һәм Ватанға тоғролоғо тәрән хөрмәткә лайыҡ.

Автор: Денис Мансуров
Читайте нас