Сираттағы шундай күңелдәрҙә ҡалырлыҡ осрашыу Саҡмағош гимназияһында үтте. Унда республиканың хәрби хәрәкәттәр ветерандары ассоциацияһы вәкилдәре – яугир яҡташтарыбыҙ Алексей Валерьевич Капитонов менән Элнур Эмиль улы Баһаутдинов мәктәптең 9, 11 синыфтар егеттәре менән осрашып, улар алдында фәһемле сығыштар яһаны. Әйткәндәй, был егеттәрҙең байтағы йәш армияселәр хәрәкәтенең әүҙем ағҙалары. Улар неонацисттарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнашып, яра-йәрәхәттәр алған яугирҙәрнең һөйләгәндәрен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы. Алексей Валерьевич һәм Элнур Эмиль улы йәнлы әңгәмә барышында илебеҙ хәрбиҙәре дошманға ҡаршы көрәштә ҡулланған һәм алыштар барышында трофей итеп алынған ҡорал, йыһазҙар, осҡыс дрондар үрнәктәрен күрһәтеп, һәр ҡайһының билдәләнеше тураһында ентекләп һөйләп аңлаттылар, алғы һыҙыҡтағы хеҙмәт дәүерендәге истәлектәре менән уртаҡлаштылар. Дошманға ҡаршы алыштарҙа һәләк булған райондаш егеттәргә арналған видеороликты ҡарау һәм уларҙың яҡты истәлеген бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алыу был осрашыуҙың иң тулҡынландырғыс миҙгелдәре булды тиһәк тә арттырыу булмаҫтыр, мөғайын. Уны ҡарағандан һуң уҡыусы егеттәрҙең бер нисәһенең һиҙҙермәскә тырышып ҡына күз тирәләрен һөртеп алыуҙарын күреү был быуын вәкилдәренең дә гаджеттар йоғонтоһона бирелеп, таш күңелле, битараф булып ҡалмауына ишара булды, күңелде йылытты.
Ошо урында яугирҙәрҙең йәштәргә тәрбиәүи яҡтан айырыуса әһәмиәтле фекер-теләктәр еткереүе айырым иғтибарға лайыҡ тип билдәләп үтәһем килә. Улар илебеҙҙең быуаттар буйы йәшәп килгән традицион рухи ҡиммәттәрен һаҡлап ҡалыу, үҙҙәрен рәсәйле итеп тойған кешеләр йәшәгән территориялар бойондороҡһоҙлоғон яҡлау һәм дошманды дәүләтебеҙ сиктәре аша үткәрмәү өсөн алып барылған был махсус хәрби операцияла Еңеү яулау өсөн бар халыҡтың, тотош йәмғиәттең берҙәм булып, яугирҙәргә рухи яҡтан да ярҙам итеүенең айырыуса мөһимлеген уҡыусылар аңларлыҡ итеп, аныҡлап еткерергә ынтылдылар. Балалар яҙған хаттарҙың яугирҙәр өсөн ни дәрәжәлә ҡәҙерле булыуын да аныҡ мисалдар менән һөйләп аңлатты улар. “Беҙгә ҡаршы көрәшкән яҡ һалдаттарына атап яҙылған балалар хаттарын уҡып иҫем китте. Унда бары тик дошмандарҙы үлтерергә, ҡырырға, юҡ итергә тигән теләктәр яҙылған, тик үҙегеҙ иҫән-һау булығыҙ тигән һүҙҙәр бөтенләй дә юҡ. Ә беҙҙең балалар юллаған хаттарҙа беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, мөмкин ҡәҙәр тиҙрәк иҫән-һау булып өйгә әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы көтәбеҙ тигән теләктәр һәм батырлығығыз өсөн рәхмәт тигән һүҙҙәр төп урынды алып тора”, – тине Алексей Витальевич, Ватаныбыҙҙың, илебеҙҙә тәрбиәләнгән балаларҙың ниндәй рухи ҡиммәттәргә эйә булыуын билдәләп. “Яуҙаштарым гел ул хаттарҙы штурмға киткәндә һәм дошман беҙгә һөжүм иткәнде көткәндә уҡый”, – тип тә һөйләне ул. Хәрби операцияның иң ҡайнар нөктәләренең береһе булған Артемовск (Бахмут) ҡалаһын азат итеү өсөн алыштарҙа ҡатнашҡан Элнур Эмиль улы: “Иркутск ҡалаһы мәктәбендә уҡыусы ҡыҙ яҙған, миңә тапшырылған хат иң ауыр саҡта рухи терәк булып, “Мин ниндәй генә хәлдә булһам да, иҫән ҡалып, балаларым, ғәиләм янына ҡайтырға тейешмен”, – тигән теләкте нығытты һәм мин ауыр яраланып та иҫән ҡалып, ҡайта алдым” – тип һөйләне.
Мәктәптең хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Ватанды яҡлау дәрестәре уҡытыусыһы, райондың йәш армияселәр хәрәкәте етәксеһе Руслан Марсель улы Ғирфанов гимназияның һәр ваҡытта ла патриоттарҙы тәрбиәләүсе белем усағы булыуын билдәләп, уҡыу йортоноң төрлө осорҙағы локаль хәрби бәрелештәрҙә ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, район, ил тарихына мәңгелеккә инеп ҡалған элекке уҡыусыларының байтаҡ булыуы, улар истәлегенә таҡтаташтар урынлаштырылыуы, Герой парталары булдырылыуы тураһында әйтеп үтте һәм был осрашыуҙа ҡатнашҡан Алексей Капитоновтың да ошогимназияла белем алыуы хаҡында бәйән итте. “Улар – Ватанға тоғролоҡ, патриотлыҡтың беҙҙең күҙ алдындағы, арабыҙҙа булған үрнәге”, – тип яугирҙәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм илебез бойондороҡһоҙлоғон яҡлап, йәнә дошманға ҡаршы алышҡа китәсәк Алексей Капитоновҡа тик уңыштар юлдаш булыуын һәм имен-һау булып, Еңеү менән туған яҡтарға әйләнеп кайтыуын теләне.