Операция шәфҡәт туташы Йондоҙ Олег ҡыҙы ҡатмарлы һәм хәүефле шарттарҙа яҡшы күнекмәләр һәм сыҙамлыҡ күрһәтеп, күп һалдаттарҙың ғүмерҙәре һәм сәләмәтлеген һаҡлап ҡалды.
2023 йылдың октябрендә РФ Оборона министрлығы менән хәрби хеҙмәт үтеүгә контракт төҙөшә. «Йондоҙсыҡ» позывнойлы шәфҡәт туташы Запорожье өлкәһендәге хәрби госпиталгә ебәрелә.
Шәфҡәт туташы өсөн сабырлыҡ, йыйнаҡлыҡ, тиҙ уйлап, дөрөҫ ғәмәл ҡылыу, алдан күрә белеү зарур. Медиктар – әхләҡи һәм физик яҡтан шаҡтай сыҙам кешеләр.
Медицина хеҙмәтенең кесе сержанты «Йондоҙсоҡ» «Һәләк булыуҙан ҡотҡарған өсөн», «МХО-ла ҡатнашыусы» миҙалдары менән бүләкләнгән.
Йондоҙ Олег ҡыҙы хәрби операциялер вакытында медицина хеҙмәткәрҙәренең ҡаһарманлығын сағылдыра, барыбыҙ өсөн дә илһам сығанағы булып тора. Унын батырлығы һәм һөнәри оҫталығы менән ысын күңелдән ғорурланабыҙ!