Был юлы улар яңы мөһим проектҡа алынып, хәрбиҙәрҙе дошмандың пилотһыҙ аппараттарынан һаҡларға ярҙам итерлек антидрон юрғандар тегеүгә керештеләр. Эшкә тотонор алдынан яҙма һәм видеоинструкцияларҙы ентекләп өйрәнделәр, республиканың башҡа райондарынан һәм хатта күрше төбәктәрҙән ирекмәндәр менән дә кәңәшләштеләр. Сөнки әҙер изделиелар һалдаттарҙың ғүмерен ҡотҡара алһын өсөн етештереү технологияһын тулыһынса аңлау бик мөһим.
Урындағы халыҡтың ярҙамсыллығы һәм йомартлығы арҡаһында материалдар һатып алыу өсөн кәрәкле суммала аҡсаны йыя алғандар. Тиҙ арала ирекмәндәр изге ниәт менән эшкә лә тотона. Һәр юрған — ябай туҡыма киҫәге генә түгел, ә бөгөнгө көндә алғы һыҙыҡта булғандар өсөн өҫтәмә һаҡланыу сараһы булып тора.
“Алғы һыҙыҡта тороусыларға хатта бәләкәй генә ауылда ла ярҙам итеү өсөн көс һәм ресурстар табырға мөмкин икәнлеген исмаилдар иҫбатланы”, — тине урындағы сәнғәт мәктәбенең директоры Динара Кривко.
Исмаилдарҙың был башланғысы армияға теләктәшлек күрһәтеүҙең тағы ла бер тапҡыр дөйөм эш булыуын дәлилләй. Фронт һыҙығынан алыҫ булһалар ҙа, ауыл кешеләре һалдаттар өсөн кәрәк булғандың барыһын да эшләргә тырыша.