Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
22 Июнь 2025, 09:30

Иген дә үҫтерә, Ватанды ла һаҡлай

Махсус хәрби операцияла хеҙмәт һалған ваҡыттан башлап (2022 йылдан) Андрей М. Шайморатов исемендәге, «Ҡыйыуыҡ өсөн», «Һуғышсан батырлыҡ өсөн» һәм «СВО-ла ҡатнашыусы» миҙалдары  менән бүләкләнде.

Иген дә үҫтерә, Ватанды ла һаҡлай
Иген дә үҫтерә, Ватанды ла һаҡлай

 

Ул Керенев ауылында тыуа. Дүрт йәшлек сағында ғаиләһе Ахлыстинға күсенә. Туғыҙынсы синыфтан һуң ауыл хужалығы колледжының агрономия бүлегенә уҡырға инә. 2003–2005 йылдарҙа  армия хеҙмәтен үтә. Демобилизацияланғандан һуң, Өфөлә төҙөлөш компанияһында эшләй. 

Андрей тыныс ҡына тормош көтә, төҙөй, икмәк үҫтерә. Балалары ла ҡул араһына инерлек булып, үҫеп килә.

–Ун биш йыл элек хәрби йыйынға барыу өсөн  комиссариатҡа саҡырҙылар. Шул ваҡытта, әйҙәгеҙ, үҙ эшем менән шөғөлләнәйем әле, әгәр ҙә ки Тыуған илемә кәрәк булһам, үҙем килермен, тип әйткәй инем. Шулай килештек тә. Махсус хәрби опреция башланғас, ауыл Советынан шылтыратып, хәрби комиссариатҡа саҡырҙылар. Сәсеүҙе тамамлап килә инем. Икенсе көндө иртән иртүк киттем. Утыҙлап кеше йыйылған, өсөһө, шул иҫәптән мин дә, ирекле булараҡ яҙылырға ризалаштыҡ. Медицина комиссияһы үтеп, документтар туплап, контракт төҙөшөү өсөн Башҡортостан хәрби комиссариатына юлландыҡ. 1 июль көндө улымдың тыуған көнөн һәм минең хеҙмәткә китеүемде билдәләнек, – тип һөйләүен дауам итте әңгәмәләшем.

Андрей билдәләнгән М. Шайморатов исемендәге батальон Тоцкила туплана.. Отделение ун «КамАЗ» һәм «Урал» маркалы –һыу һәм ҡоро йөк ташыу машиналарынан тора. Личный составты алғы һыҙыҡҡа илтеү, ҡорал һәм төҙөлөш материалдары, яғыулыҡ, һыу, аҙыҡ-түлек ташыу – взводтың төп бурысы. Водителдәр яралыларҙы эвакуациялауҙа ла ҡатнаша, йыш ҡына пушкалар килтерәләр.

МХО төбәгендәге хәрби водителдәр – ҡыйыу һәм батыр егеттәр. Улар минут һайын ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуялар. Төп хәүеф пилотһыҙ осҡостар, дрондарҙан килә.

Яҙмам геройы тыйнаҡ, эшһөйәр кеше. Ваҡыттың ҡәҙерен белә, атаһы менән икмәк үҫтерә – тимәк, изге књћелле. Яҡташыбыҙ кесе Ватаны тураһында ла хәстәрлек күрә. Үҙ аҡсаһына «Мин Ахлыстинды яратам» арт-объектын эшләтергә биргән, ул ҡайтыуға уны урынлаштырып та ҡуйғандар ине инде. Әлеге иҫтәлекле урын ауылға инеү юлында урынлашҡан. 

Автор: Айгөл ВӘЛИЕВА
Читайте нас