Күптән түгел Дүртөйлө тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында уның «Луганцы» тип аталған һанлы рәсем сәнғәте күргәҙмәһе асылды. Был күркәм сараға хәрби хәрәкәт ветерандары, мәктәп уҡыусылары, ижтимағи ойошма лар вәкилдәре саҡырылған ине. Уларҙы иң тәүҙә район хаҡимиәте башлығы Риф Сәғәҙәтулла улы Йосыпов сәләмләне.
Унан музей директоры Гөлфиә Мансурова йәш рәссамдың тормош юлы менән таныштырҙы. Данил Багринцев 16 йәшендә арҡа мейеһенәйәрәхәталаһәм инвалид коляскаһына ултырырға мәжбүр була.Үҙе армияға бара алмай ҡалһа ла, уның картиналарыреалистик башҡарыу манераһы менән таң ҡалдыра.Уларяңытехнологияларҡулланып, график планшетта һанлы форматта эшләнгән.
Данил һалдат тормошон 2014 йылдан алып ЛНР Халыҡ милицияһында хеҙмәт иткән, махсус хәрби операция башланғас, резерв полк командиры вазифаһы башҡарыусы атаһынан белеп, уның һөйләгәндәрен ишетеп ижад итә.
Йәшкешенеябай эшселәрҙең, металлургтарҙың, шахтерҙарҙың, студенттарҙың хәрби хәрәкәттәрҙең тәүге көндәрендә үк Ватанды һаҡлаусылар булып китеүе тетрәндерә.Бының менән илһамланып, Данилкиләсәк быуындарға ысын патриот булыуҙың нимә икәнен һөйләү өсөн уларҙың йөҙҙәрен, эштәрен, батырлыҡтарын үҙенең картиналарында мәңгеләштерергә ҡарар итә.
Күргәҙмә менән танышырға теләүселәрҙе Дүртөйлө тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында көтөп ҡалабыҙ!