Илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллыҡ юбилейы менән Ватанды һаҡлаусылар йылын билдәләгән осорҙа бындай саралар айырыуса иғтибарға лайыҡ һәм оло әһәмиәткә эйә.
Шишмә ауылы мәктәбендә Эдуард Миҡдәт улы Мәхмүтов хөрмәтенә арналған партаны асыу тантанаһы үтте. Етембәк ауылы егете ошо уҡыу йортонда урта белем алған. 2000-2002 йылдарҙа хәрби хеҙмәттә була, Төньяҡ Кавказ регионы территорияһында барған контртеррористик операцияла ҡатнаша, «Хәрби хәрәкәттәр ветераны» исеме бирелә. Тыуған яҡтарына ҡайтҡас, ауыл хужалығында хеҙмәт һала башлай. Махсус хәрби операция башланғас, батыр илһөйәр егет ситтә ҡалмай, контракт төҙөп, йәнә алғы һыҙыҡҡа ынтыла, мотоуҡсы батальонда расчет номеры ы булып, неонацизмға ҡаршы көрәшәш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яу ҡырында батырҙарса һәләк була.
Һыуыҡҡул ауылы мәктәбендәге «Герой партаһы» Бәғдәнур Фәүәрис улы Шәйхетдиновҡа арналды. Йүкәлекүл егете урта мәктәпте тамамлағас, хәрби хеҙмәткә алына, Кострома ҡалаһында электромеханик вазифаһын башҡара. Демобилизациянан һуң уҡыу-курс комбинатында белем алып, автомеханик һөнәрен үҙләштерә. Төрлө ойошмаларда машина йөртөүсе булып эшләй. Илебеҙ өҫтөндә болоттар ҡуйырғас, ул да ҡулына ҡорал алырға ҡарар ҡыла. Яу ҡырында бик күп батырлыҡ үрнәктәре күрһәтә. Ни аяныс, ҡаты алыштарҙың береһендә батырыбыҙҙың ғүмере өҙөлә.
Тантаналауҡыусыларуларҙың ҡаһарманлыҡтары, ниндәй кеше булыуҙары, хыялдары һәм ынтылыштары тураһында һөйләне.Батыр яҡташтарының исемдәре мәңгегә мәктәп тарихтарында ҡаласаҡ.«Йәш буын улар үрнәгендә Ватанға һөйөү, ҡыйыулыҡ, намыҫлылыҡ һәм мохтаждарға ярҙамға килергә әҙерлеккә өйрәнһен ине, улар тураһындағы иҫтәлек ауылдаштар йөрәгендә мәңге йәшәһен һәм изге эштәргә йүнәлтеп торһон ине», – тигән теләктәр яңғыраны был мөһим сараларҙа.
«Герой парталары» – ул иҫтәлекле билдә генә түгел, ә уҡыусыларҙа тарихҡа хөрмәт һәм үҙ илеңә һөйөү тәрбиәләү сараһы ла. Улар көн һайын балаларға тыныс тормоштаң ҡиммәте, бурыс һәм намыҫ төшөнсәләре тураһында иҫкәртеп торасаҡ. Геройҙарға – мәңгелек хәтер, мәңгелек дан!