Ул Кушнаренкола тыуып үҫкщн. 1-се урта мәктәптә белем алған. Һигеҙенсе синыфты тамамлағандан һуң 114-се һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Водитель һәм тракторсы-машинист белгеслеге ала. Хәрби хеҙмәтен 1992–1993 йылдарҙа Рәсәй Ҡораллы Көстәренен хәрби-һауа ғәскәрҙәрендә үтә: хәрби белгеслеге – водитель. Армиянан ҡайтҡас, Юрий район “Сельхозтехника”предприятиеһында, «Новая заря» колхозында, «Башавтогазсервис» йәмғиәтендә, юлдарҙы ремонтлау-төҙөү идараһында хеҙмәт һала.
2022 йылда водитель Дьяконов гуманитар конвой составында Луганск һәм Донецк Республикаларына йөк ташый башлай. Ул ҙур йөк фураһында был төбәктәрҙә барлығы 22 тапҡыр булған.
2023 йылда Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы менән хәрби хеҙмәткә контракт төҙөшөргә ҡарар итә.
Әйтергә кәрәк, Дьяконовтар ғаиләһенен барлык ир-аттары ла махсус хәрби операция төбәгендәләр. Кесе улы Максим унда үҙе теләп китә. 2022 йылда «Дьяк» позывнойлы пулеметсы М. Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны составында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. «Фрост» позывнойлы өлкәндәре Сергей 2023 йылда контракт төҙөйшә. Ул пилотһыҙ осоу аппараттары операторы. Бахмутты алыуҙа ҡатнаша.
«Лесник» позывнойлы яугир үҙйөрөшлө гаубица артиллерия дивизионы взводы составында үҙ бурысын үтәй. Ышанып тапшырылған “КамАЗ” маркалы йөк машинаһында 152 мм лы пушкаларға – ҡорал, ә личный состав, расчеттар өсөн аҙыҡ-түлек ташый.
Ял ваҡыты һиҙелмәй ҙә үтеп китә. Тормоштоң бәләкәй шатлыҡтары – контракт хеҙмәте ефрейторы Юрий Дьяконов өсөн иң мөһиме лә инде. Ваҡыт ҡыҫҡа, шуға ла батыр егет уны ғаиләһе менән үткәрә. Ҡыҙы, туғыҙ ейәне менән күрешә.