-8 °С
Болотло
Яңауыл ҡалаһында Фатих Иҡсанов исемендәге «Моңға бай гармун байрамы» тип аталған республика конкурсы үтте.
Әлеге абруйлы бәйгелә «Һандуғас» халыҡ уйын ҡоралдары ансамбле (етәксеһе Фидрат Бикмөхәмәтов), Ҡалтай ауыл мәҙәниәт йортонан Данил Әлинуров һәм Фаил Шафиндын дуэте, виртуоз музыканттар Рәфис Баҡыев һәм ағалы-энеле Ринат һәм Фидрат Бикмөхәмәтовтарҙың яңғыҙ сығыштары менән районыбыҙ данын яҡланылар.
Барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа өсөнсө дәрәжә диплом менән бүләкләнде.
Талантлы яҡташтарыбыҙға ижади уңыштар, һүнмәҫ дәрт, яңы ҡаҙаныштар, шатлыҡлы миҙгелдәр теләйбеҙ!