САРМАНАЙ
-1 °С
Ясно

Яугирҙәр яҡындары тураһында хәҫтәрлек күреп

Саҡмағош районының Иҫке Ҡалмаш ауылында йәшәүсе яҡташтарыбыҙ махсус операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә гуманитар ярҙам йыйыу ойошторола башлаған тәүге осорҙан уҡ ошо игелекле эшкә иң беренселәрҙән булып ҡушылды. Был әүҙемлек, берҙәмлек әле лә шулай уҡ дауам итә. Юҡҡа ғына М.Шайморатов исемендәге волонтерҙар штабының иң беренсе филиалы ла тап был ауылда асылмағандыр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яугирҙәр яҡындары тураһында хәҫтәрлек күрепЯугирҙәр яҡындары тураһында хәҫтәрлек күреп
Яугирҙәр яҡындары тураһында хәҫтәрлек күреп



Ҡалмаш халҡы алғы һыҙыҡта неонацистарға ҡаршы көрәшеүсе яҡташтарына ла ярҙам итә, уларҙың туған яҡтағы яҡындарын да иғтибар үҙәгендә тота. Был ауылда йәшәүселәр ис киткес берҙәмлек һәм гражданлыҡ аңлылығы үрнәген күрһәтеп, үҙ көстәре менән яугирҙәр ғаиләре өсөн утын әҙерләп, уларҙың йорттарына килтереп биреүҙе ойошторҙо. Яудағы егеттәргә һәм уларҙың яҡындарына ҙур ихтирам һәм рәхмәт билдәһе булған был игелекле эште ауылдың иң иң әүҙем йәштәренең береһе, туған яғының ысын патриоты булған Илфат Хажиев ойоштора. Әйткәндәй, ул – оҙаҡ ваҡыт инде гуманитар ярҙам йыйыу эшсәнлегенең, шулай уҡ ауыл йәштәрен берләштереүгә, сәләмәт тормош рәүешенә йәлеп итеүгә булышлыҡ итеүсе күп санлы спорт һәм мәҙәни сараларҙы ойоштороусыһы һәм башлап йөрөүсеһе, матди яҡтан ярҙам итеүсеһе лә.
Яугирҙәр ғаиләләренә хәҫтәрләүгә ауылдың бик күп кешеләре үҙ өлөшөн индерҙе – кемдәрҙер урманда утын әҙерләргә, кемдәрҙер был утынды төйәп ҡайтарыуҙа, ярыуҙа һәм өйөүҙә булышты. Иҫке Ҡалмаш ауыл биләмәһе хакимиәте етәкселеге әҙерләнгән утынды урмандан ҡайтарыу өсөн транспорт бүлде. Был берҙәмлек һәм әүҙемлек ауылда йәшәп килгән күркәм традицияләр, яҡташлык көсөнөң асыҡ үрнәге булып тора.
Әйткәндәй, Иҫке Ҡалмаш ауылы халҡы махсус хәрби операция бурыстарын үтәүсе яугирҙәргә ярҙам итеүҙе өҫтөнлөкле маҡсат тип ҡабул итә. Улар ил өсөн һыналышлы, еңел булмаған осорҙа Ватаныбыҙҙы яҡлаусыларға ихтирам, ярҙам күрһәтеү, улар һәм яҡындары тураһында хәҫтәрлек күреү айырыуса мөһим икәнлеген яҡшы аңлай. Ә был яугирләр ғаиләләрен утын менән тәьмин итеү иһә – ауылдаштар ярҙамының бер миҫалы ғына.

Яугирҙәр яҡындары тураһында хәҫтәрлек күреп
Яугирҙәр яҡындары тураһында хәҫтәрлек күреп
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас