САРМАНАЙ
+2 °С
Облачно

“Чекаго” туған мәктәбенә килде

Бөгөнгө көндә махсус хәрби операция бурыстарын өс йөҙҙән ашыу яҡташыбыҙ лайыҡлы үтәй. Улар туған яҡтарға ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанда мәктәптәрҙә үткән осрашыуҙарҙа ла теләп ҡатнашып, уҡыусылары менән аралаша.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Чекаго” туған мәктәбенә килде“Чекаго” туған мәктәбенә килде
“Чекаго” туған мәктәбенә килде

“Геройҙар менән диалогтар” проекты сиктәрендәге сираттағы шундай сара Саҡмағош гимназияһында үтте. “Батырлыҡ дәресе”ндә ҡаһарман райондаштарыбыҙҙың береһе – “Чекаго” позывнойлы яугир ҡатнашты. Ул туған мәктәбенә килеп, уҡыусылар, үҙенә белем һәм тәрбиә биргән уҡытыусылары менән осрашты. Әңгәмә барышында яугир хеҙмәттәштәре менән дошманға ҡаршы нисек көрәшеүҙәре, яуҙаш дуҫтарының батырлыҡтары, патриотик рухты һаҡлауҙары, хәрби хәрәкәттәр тураһында һөйләне. Уҡыусылар уға күп һанлы һорауҙарын еткерҙеләр. Яҡташыбыҙ уларға ихлас, асыҡ итеп яуап бирҙе, яҡташтарҙың хуплауын, ярҙамдарын тойоу алғы һыҙыҡтағы яугирҙәр өсөн айырыуса мөһим булыуы тураһында һөйләне. Ул шулай уҡ уҡыусыларға йылы йөкмәткеле хаттар яҙып ебәреүҙәре өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, яуҙаштары уларҙы айырыуса көтөп алыуҙарын, ҡәҙерләп һаҡлауҙарын әйтте. “Туған яҡтан килгән һәр кескәй генә лә хат-хәбәр, ихтирам-хуплау билдәһе лә унда айырыуса ҡәҙерле һәм яҡын. Уларҙы алғас, үҙебеҙҙең яҡҡа, туған йортҡа ҡайтып килгән, яҡын кешеләр менән осрашҡан кеүек була. Һеҙ яҙған хаттарҙы беҙ талисман кеүек һаҡлап йөртәбеҙ”, – тине ул.
Осрашыу барышында гимназия директоры Айгөл Әнүәр ҡыҙы Әхмәтйәнова һәм уҡытыусылар, уҡыусылар яҡташ яугиргә батырлығы өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, имен-һау булып, мөмкин ҡәҙәр тиҙрәк Еңеү менән туған яҡтарға әйләнеп ҡайтыуҙарын теләнеләр.
#ДиалогиСГероями
#Победа80
#ГодЗащитникаОтечества
#ЧекмагушевскийРайон

“Чекаго” туған мәктәбенә килде
“Чекаго” туған мәктәбенә килде
“Чекаго” туған мәктәбенә килде
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас