САРМАНАЙ
+10 °С
Дождь
Барыһы ла Еңеү өсөн
24 Апреля 2025, 07:05

Яҡташ яугир менән осрашып

Саҡмағош районының Йәштәр үҙәге һәм М.Шәйморатов исемендәге волонтерҙар штабы белгестәре махсус хәрби операция бурыстарын үтәүсе яҡташтарыбыҙ менән һәр саҡ тығыҙ бәйләнештә тора.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яҡташ яугир менән осрашыпЯҡташ яугир менән осрашып
Яҡташ яугир менән осрашып

 Район халҡы һәм ойошма-учреждениелар коллективтары йыйған гуманитар ярҙамҙы төйәп-ойоштороп хәрби бәрелештәр барған зонаға ебәреү менән генә сикләнмәй улар, ялға ҡайтҡан яугирҙәр менән осрашыуҙар үткәреп, бындай әһәмиәтле сараларға йәш быуын вәкилдәрен дә йәлеп итә.
Күптән түгел шундай осрашыуҙарҙың береһе Рапат урта мәктәбендә үтте. Уны Йәштәр үҙәгенең йәштәр менән эшләү буйынса белгесе Юлиә Ғайнислам ҡыҙы Хәкимова мәктәп коллективы һәм ауыл биләмәһенең йәштәр эштәре буйнса белгесе Л.Р.Ғизетдинова менән берлектә ойошторҙо. Осрашыуға ошо ауылдан Ватаныбыҙҙы һаҡларға киткән һәм әлеге ваҡытта туған яҡҡа ҡысҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугир яҡташыбыҙ һәм уның әсәһе Розалиә Иҡсан ҡыҙы саҡырылды. Яугирҙең уҡып белем алған мәктәбендә уның менән күрешеп-һөйләшергә уҡытыусылары, йәш ауылдаштары – ошо мәктәп уҡыусылары йыйылды. Улар өсөн был сара ябай һөйләшеү генә түгел, ә дошман менән көрәштең алғы һыҙығында булған яугир менән хәрби хәрәкәттәр, хеҙмәт итеү шарттары, һалдаттарҙың тормош-көнкүреш шарттары һәм яҡташтарҙың уларға нисек ярҙам итә алыуы тураһында туранан-тура әңгәмә булды.
Был сараны ойоштороу уҡыусылар өсөн айырыуса мөһим булды, сөнки ошондай осрашыуҙар үҙ ауылдарында тыуып-үскән, унда йәшәгән яҡташтары, туған яғыбыҙ ҡаһармандары өсөн ғорурлыҡ хистәре тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Уҡыусылар аныҡ миҫалда геройҙар үҙ арабыҙҙа булыуын күреп, батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ, Туған илгә һөйөү – ысын патриоттарға хаҫ сифаттар булыуына инана.

Яҡташ яугир менән осрашып
Яҡташ яугир менән осрашып
Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас