

Этәй ауылы китапханаһында 2025 – Рәсәйҙә Ватанды яҡлаусылар, Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы уңайынан Марат Муллаҡаевтың «Нәнәй» повесы буйынса китап уҡыусылар конференцияһы уҙҙы.
Китапхана уҡыусылары күңелендә йылы фекер тапҡан китаптың төп героиняһы -алыҫ бер башҡорт ауылында 72 йәшлек ҡатын. Ул осраҡлы рәүештә үткән быуаттың 90-сы йылдары уртаһындағы Чечня конфликты әйләнешенә эләгә. Күпте күргән, күпте кисергән, трагик яҙмышлы Хәйәт апай батыр, көслө кеше булып сыға. Уның мәхәббәте, әсә ҡайғыртыусанлығы, ваҡытында ярҙамға килә белеүе Таһир ейәнен табырға һәм уны әсирлектән коткарырга булыша.
Конференцияла ҡатнашыусылар Ф.Г.Хәбибова, Р.Ә. Шаһиева, Х.Н.Ғәлләмова, Ф.З.Хәйертдинова, Р.В.Васикова, З.Г.Камалетдинова үҙҙәренең йөкмәткеле сығыштарында Хәйәт апай образын астылар, Касьянов, Килмәмәтов, Фатима, Соболев персонаждарына ла үҙ мөнәсәбәттәрен белдерҙеләр.
Хәйәт апай – башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының йыйылма образы, улар ҡатмарлы шарттарҙа үҙҙәренең йөрәктәре һәм йәндәре ҡушыуы буйынса эш итәләр.
«Нәнәй» повесы ғәҙәти булмаған әҫәр, тип билдәләп үтте сығыш яһаусылар, әлегә тиклем уның татар һәм башҡорт телдәренә тәржемә ителмәүенә ғәжәпләнеп.
Осрашыу барышында күңелгә яҡын йырҙар йырланды, һалдат әсәләренә арналған шиғырҙар уҡылды.
Ауылдың хөрмәтле кешеһе, динде үҙ иткән Лилиә апай Гәрәева – яугирҙәргә һуғышсыларға, һаҡсыларға арналған доға уҡыны, рухи ныҡлыҡ, һаулыҡ теләне.
Уҡыусылар араһында йәнле һөйләшеү, ҡыҙыҡлы фекер алышыуҙы ойоштороусы, шулай уҡ яҙыусы Марат Муллаҡаев менән таныштырыуы өсөн китапханасы Рәсилә Батыргәрәеваға рәхмәт белдерәбеҙ. Уҡыусылар конференцияһы беҙҙең өсөн ҡатнашыусыларҙы күңел түренә тиклем ҡуҙғатҡан һәм беҙҙең замандағы мөһим мәсьәләләр тураһында уйланырға мәжбүр иткән сара булды.