САРМАНАЙ
+9 °С
Ясно
Барыһы ла Еңеү өсөн
8 Апреля 2025, 09:30

"Саҡмағоштан" тигән даны бар

Беҙ “ваҡыт” тип әйтергә күнеккән төшенсәнең үҙ хәтере бар. Ул хәтер – тарих. Шуға ла кешелек донъяһы төрлө осорҙарҙа планетаны тетрәндергән фажиғаларҙы, шул иҫәптән миллионлаған ғүмерҙәрҙе өҙгән тиңдәшһеҙ һуғыштарҙы онотмай. Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы йылдарынан беҙҙең осорҙы 80 йыл ваҡыт айырып тора. Тик бер кем дә һәм бер ҡасан да ҡаһармандарҙан – ҡаһарманлыҡты, Геройҙарҙан – данды, еңеүселәрҙән Бөйөк Еңеүҙе тартып ала алмаясаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
"Саҡмағоштан" тигән даны бар"Саҡмағоштан" тигән даны бар
"Саҡмағоштан" тигән даны бар


Бөгөнгө көндә ошо еңеүселәр быуыны варистары – уларҙың ейәндәре, турундары махсус операция зонаһында ошо бөйөк Хәтерҙе онотоп йә тарихты үҙҙәренсә күсереп яҙырға теләп йәнә баш ҡалҡытҡан неонацистарға ҡаршы көрәшә. Тап олатайҙары кеүек, уларҙың хәрби данын йәнә лә арттырып, яугирҙәребеҙ ғәжәйеп рух ныҡлығы, батырлыҡ өлгөләре, хәрби һөнәри оҫталыҡ миҫалдары күрһәтә. Илебеҙ Президенты В.В.Путин улар тураһында: “Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттар һәм офицерҙар, яугирҙәр, медицина хеҙмәткәрҙәре, шул иҫәптән бөтөнләй йәш егеттәр быуыттар дауамында Ватаныбыҙҙы һаҡлаусыларҙы башҡа дәүләттәр хәрбиҙәренән айырып торған рух ныҡлығына, ҡылыҡ-характерға эйә. Уларҙың ҡаһарманлығы ысын мәғнәһендә һоҡландыра, улар менән тоташ ил ғорурлана”, – тине.
Әлеге ваҡытта өс йөҙҙән ашыу райондашыбыҙ, еңеүселәр быуыны варистары булыуын дәлилләп, махсус хәрби операция зонаһында илебеҙ бойондороҡһоҙлоғон яҡлап, неонацистарға ҡаршы көрәшә. Уларҙың байтағы батырлыҡтары өсөн юғары дәүләт бүләктәренә лайыҡ булды. Яҡташыбыҙ, Саҡмағош ауылында тыуып-үҫкән “Племяш” позывнойлы яугир – әнә шундай ҡаһармандарҙың береһе. Ул 2011 йылда Саҡмағош гимназияһын тамамлағандан һуң Түбән Кама ҡалаһындағы Төҙөлөш-монтаж колледжында иретеп йәбештереүсе эшен өйрәнә. 2012 йылда һалдат хеҙмәтен үтәп ҡайтып, Өфөнөң тармаҡ-ара институтында нефть һәм газ сығарыу операторы һөнәре буйынса белем алғандан һуң Себер яҡтарында хеҙмәт һала.
Яҡташыбыҙ махсус операция зонаһында бер йылдан ашыу хеҙмәт итә, илебеҙҙе яҡларға ҡарар итеп былтыр апрель айында контракт төҙөшә һәм алыштар барған зонаға юллана. Ул был ҡарарға юҡҡа ғына килмәгәндер, моғайын. Уның әсәһе яғынан ҡарт олатаһы Әхмәтсолтан Искәндәр улы 1941 йылда илебеҙгә немец фашистары баҫып ингәс үк һуғышҡа саҡырыла. Туған яҡтарға иҫән-имен әйләнеп ҡайтыу насип булмай яугиргә. Ғүмер юлдашы Фәрхиямал Мохтар ҡыҙы һәм алты ғәзизе йәшәгән йортҡа бары тик “Хәбәрһеҙ юғалды” тигән хат-хәбәр генә килә. Заманы бик ауыр булһа ла, ялғыҙы алты баланы аяҡҡа баҫтыра, оло тормош юлына сығара әсә. Ошо алтының береһе булған Ватан һуғышы яугиренең улы, һуғыш осороноң һәм унан һуңгы михнәтле йылдарҙың бөтә ауырлыҡтарын үҙ иңдәрендә күтәргән Мидхәт олатаһының һәм Ләлә өләсәһенең ауыр бала сағы тураһындағы иҫтәлектәрҙе белеп-тыңлап үҫкән яугир яҡташыбыҙҙың илебеҙ өсөн һыналышлы осорҙа Оборона министрлығы менән контракт төҙөшөп, Ватанды яҡларға ҡарар итеүе лә һис осраҡлы түгелдер, моғайын. Шулай уҡ Афған һуғышының утлы-ғарасатлы юлдарын үтеп сыныҡҡан яугир булған, унан һуң оҙаҡ йылдар эске эштәр бүлегендә эшләп, райондаштар хоҡуҡы һағында торған атаһы Рөстәм Фидай улының да тәрбиә өлгөһө үҙ уңай йоғонтоһон яһағандыр. Әгәр бөгөн улар яҡты донъяла булһа, ейәндәре, улы Марсель менән сикһеҙ ғорурланырҙар ине.
Яугирҙең әсәһе Ильвира Миҙхәт ҡыҙы әйтеүенсә, контракт төҙөү тураһындағы ҡарарҙы ул аңлы рәүештә, үҙ теләге менән ҡабул итә. Хәҙер инде йәш райондашыбыҙ шаҡтай тәжрибә туплаған хәрби. “Өлкән хеҙмәттәштәремдән үрнәк алып, хәрби һөнәр буйынса үҙем өсөн яңы булған белем-тәжрибә алдым. Илебеҙҙең төрлө төбәктәренән килгән хеҙмәттәштәрем менән ныҡлап дуҫлаштыҡ, хәҙер инде беҙ туғандар кеүек, бер-беребеҙ өсөн бик яҡынбыҙ. Бындағы шарттарҙа хәрби дуҫлыҡ – иң мөһиме тиер инем”, – тине яугир яҡташыбыҙ беҙҙең менән бәйләнешкә сыҡҡанда.
Әйткәндәй, үткән йылда гәзитебеҙ биттәрендә уның батырлығы тураһындағы яҙма донъя күргән ине. Ул мәҡәләлә контракт буйынса хеҙмәт иткән райондашыбыҙҙың аҙ ғына ваҡыт илебеҙ бойондороҡһоҙлоғо һағында тороуына ҡарамаҫтан, үҙен танытып та өлгөрөүе – пилотһыз өс дронды бәреп төшергән өсөн икенсе дәрәжә “Батырлыҡ өсөн” (“За храбрость”) миҙалы менән бүләкләнеүгә тәҡдим ителеүе тураһында яҙған инек. Ағымдағы йылдың март айында иһә яҡташ яугиребеҙ дошмандың “БТР-113М” маркалы бронетехникаһын ҡыйратҡан өсөн йәнә “Ҡаһарманлыҡ өсөн” (“За отвагу”) миҙалы менән бүләкләнеүгә тәҡдим ителә. Яугир олатаһының хәрби юлын ейәндәр, турундар шулай лайыҡлы дауам итеп, дошманға ҡаршы көрәшә. Илебеҙ бойондороҡһоҙлоғо һағында торған шундай ласындай егеттәр булғанда, Ватаныбыҙ хәрбиҙәренең еңеү яулаясағына һис ниндәй шик юҡ. Беҙ яҡташыбыҙға, уның хеҙмәттәштәренә һәм хәрби операция зонаһындағы бөтә яугирҙәргә имен-һау, сәләмәт булып, мөмкин ҡәҙәр тиҙрәк туған яҡтарға, яҡындары эргәһенә әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Буласаҡ еңеүселәр сафына баҫырға теләгән ир-егеттәр өсөн Башҡортостанда Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөшөүселәргә бер тапҡыр 2 млн. һум, артабан ай һайын 210 мең һумдан башлап аҡса түләнә, тип мәғлүмәт еткерәбеҙ. Был сумма йылына 4,5 млн. һумдан арта. Бынан тыш, контракт буйынса хеҙмәт итеүселәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына лүрт тиҫтәнән артыҡ ташлама ҡаралған. Улар араһында – шифаханаларға түләүһеҙ юлламалар, фатир һатып алғанда 500 мең һумлыҡ ташлама, балалар өсөн түләүһеҙ белем алыу мөмкинлеге, транспорт һалымын түләүҙән азат итеү һәм башҡалар бар.
Контрактты райондың Саҡмағош ауылы, Ленин урамы, 51 йорт адресы буйынса урынлашҡан хәрби комиссариатында (белешмәләр өсөн телефон 8 (34796) 3-18-16) йәки Өфө ҡалаһы, Элеватор урамы, 15 йорт адресы буйынса “Защитник” берҙәм үҙәгендә төҙөргә була. Анығраҡ мәғлүмәткә 8-800-550−55-25 телефоны һандарын йыйып йәки башбат.рф сайтына инеп эйә булырға мөмкин.

Автор:Рәзилә Арыҫланова
Читайте нас